

АҠШ ғалимдары Тибетта тау боҙлоҡтарын тикшерәләр. 15 мең йыл элек ҡатҡан ҡатламда 33 вирустың ген материалдарына тап булалар, 28-е – заман ғалимдарына бөтөнләй билдәле түгел! Хоҙай һаҡлаһын, ниндәй генә яңы һалыуҙар таралыуы мөмкин.... Ғалимдарға ла, соҡоноп йөрөмәһендәр, тип дәғүә ҡуйып булмай – көн торошо үҙгәреү һөҙөмтәһендә боҙлоҡтар бары асыла бара. Ярар, ковидтың, исмаһам, бер ыңғай яғы – кешелек глобаль биологик ҡурҡыныстарға ҡаршы тороуҙа күнекмә ала. Әйткәндәй, вакцинацияны инҡар итмәгеҙ – үҙебеҙҙә һынап ҡараныҡ – ҡурҡыныс бер ни юҡ!
Әле Японияла барған олимпиаданың асыу тантанаһы режиссеры Кентаро Кобаяси вазифанан ҡыуылды. Юҡ, ижадсының әлеге эшенә дәғүә ҡуйылмай, әммә, кәмитсе булараҡ, “холокост” ( икенсе донъя һуғышында йәһүттәрҙе ҡырыу) тураһында тоҙһоҙ шаяртыуы соҡоп сығарыла. Был йәмһеҙ хәлдең алыҫ 1998 йылда булыуы, һуңынан ғәфү үтенгәнлегенә ла ҡарап торманылар. Әйткәндәй, Япония олимпия комитетының башлығы Есиро Мори әфәнде лә ҡыуылғайны – ҡатын-ҡыҙҙарҙы, йәнәһе лә кәмһеткән телмәре өсөн яза ала. Олимпия уйындары тантанаһына музыка яҙған Кейго Оямада ла эҙәрлекләнә: мәктәптә уҡыған сағында инвалид класташтарын мыҫҡыллап хәбәр һөйләгән, тип ғәйепләйҙәр. Бер һүҙ менән, толерантлыҡ, политкорректлыҡ ысын диктатураға әйләнеп килгән заманала беребеҙ ҙә “тартай теленән табыр” тигәнде онотмайыҡ. Был айырыуса интернетта аралашыуға ҡағыла – ҡыҙыу бәхәс барышында уйламай әйтелгән бортаҡ хәбәрҙе тиҫтә-тиҫтә йылдан һуң да ғәйеп итеп ҡуйыуҙары ихтимал.
Омск өлкәһенең Үрге Карбуш ауылы халҡы Германия канцлеры Ангела Меркель ханымға мөрәжәғәт итеп, ауылға юл һалыуҙарын һорайҙар. Берлиндан хат килә – был беҙҙең вәкәләттәргә инмәй, тип ғәфү үтенәләр. Әммә файҙаһы булды – был хаҡта ишетеп ҡалғас, урындағы властар 2022 йыл юл һалырға вәғәҙә иттеләр, ә быға тиклем өмөтләндермәгән дә булалар. Тик бына Үрге Карбуш ауылынан үрнәк алырға булып китмәгеҙ. Бер әтнәкәһе бар. Был ауылды 1900 йыл фәҡәт Рәсәй немецтары нигеҙләгән икән, шуға ла милләттәштәренә ялбарғандар. Башҡорт әйтемендәгесә инде: “Йән тарта, йән тартмаһа, ҡан тарта”.
Ышаныслы техника менән дан алған “Мерседес-Бенц” компанияһы 2030 йылдан ДВС (эске яныулы двигатель) менән автомобиль сығарыуҙы туҡтатыу тураһында иғлан итте. Экологияны хәстәрләп, ҡалған Европа илдәре һымаҡ электромоторҙарға күсәләр. Модернизация 40 миллиард евро талап итәсәк. Рәсәйҙең нефть экспортына һорау кәмер инде... Хәйер, Германияла бөтә энергетиканың 40 проценты күмер яғыу иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә. Күмер төтөнө тәбиғәт өсөн күпкә зарарлыраҡ. Тимәк, беҙҙән газ ҡайтартыуға оҙаҡ ваҡыт мохтаж булырҙарҙыр әле.
Ҡытай кешеһе Гуо Гантан 1997 йыл ауыр юғалтыу кисерә, билдәһеҙ ҡатын 2 йәшлек улын урлап ҡаса. Атай кеше үҙен ысын ир итеп күрһәтә, 24 йыл буйына эҙләй, илдең бер осонан икенсеһенә йөрөп эҙләп 10 мотоцикл туҙҙырған, ти. Юл ыңғайы йөҙҙән ашыу урланған балалар ата-әсәләренә ҡайтарылыуына сәбәпсе була. Уларҙың рәхмәттәре ярҙам иткәндер инде – ошо арала полиция үҙенең улын да тапты, ғаилә ниһәйәт беректе, ә ике енәйәтсе суд алдына баҫтырыла. Һинд киноларындағы һымаҡ тормошта ла була икән! Быға тиклем Ҡытай демографияны сикләүе имәнесле балалар урлау “бизнесы” үҫешеүгә лә килтергән була. Хәҙер ни, властар милли кампания үткәрә – 2021 йылда ғына элек урланған 2609 бала ғаиләһе менән осраштырыла. Бер кеше – 61 йыл үткәс!
Ябай һалдат хеҙмәт ваҡыты тамамланыуҙы тилмереп көнөнә тиклем иҫәпләһә, юғары дәрәжәгә күтәрелгән хәрбиҙәрҙең бер ҙә ялға сыҡҡы килмәй. Әлегә тиклем контракт буйынса маршал, генерал, адмиралдар контракт буйынса 70 йәшкә тиклем вазифаларын биләргә хаҡлы ине. РФ Дәүләт Думаһында 70 йәштән һуң да хеҙмәт итергә рөхсәт иткән закон проекты ҡарала, тип хәбәр ителде. Әллә инде, командир посын биләмәйенсә лә, кәңәшсе итеп кенә яллап булмай микән погонлы аҡһаҡалдарҙы? Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, “атай-командир” төшөнсәһе барыбыҙға ла таныш, ә бында “олатай-командир” килеп сығасаҡ.