Яйыҡ
+21 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
27 Июля 2021, 06:45

Лагерҙа ял итеүсе балалар коронавирус йоҡторған

Йәйге лагерҙа ял итеүсе балаларҙың коронавирус йоҡтороуҙары асыҡланған.

Лагерҙа ял итеүсе балалар коронавирус йоҡторғанЛагерҙа ял итеүсе балалар коронавирус йоҡторған
Лагерҙа ял итеүсе балалар коронавирус йоҡторған

Йәйге лагерҙа ял итеүсе балаларҙың коронавирус йоҡтороуҙары асыҡланған. 

Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 46 осрағы асыҡланған. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта балалар ялы учреждениеһы ябыҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш төркөмө булдырырға һәм Роспотребнадзор белгестәре менән берлектә йәйге ял лагерҙарын тикшерергә ҡушты.

«Һеҙ хәлде тикшерергә тейешһегеҙ. Лагерҙарҙа балаларҙың сир йоҡтороуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, уларҙы эштән бушатырға кәрәк, - тип белдерҙе республика етәксеһе. - Ошондай илке-һалҡылыҡ балаларҙы ялһыҙ ҡалдырыуы мөмкин. Алда уларҙың ял итеү өсөн тағы бер ай ваҡыты бар».

"Башинформ"

https://www.bashinform.ru/news/1622545-v-bashkirii-v-odnom-iz-detskikh-lagerey-46-otdykhayushchikh-zaboleli-koronavirusom/  

Фото интернеттан.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас