Яйыҡ
+17 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
27 Июля 2021, 04:20

МТС-та – яңы инвестор

Ошо көндәрҙә ураҡҡа төшәләр.  Уңдырышлыҡ  гектарына 10-12 центнер булырҙыр

МТС-та – яңы инвесторМТС-та – яңы инвестор
МТС-та – яңы инвестор

-Баҫыуҙарҙы йәнә ҡарап сығам да, киләһе аҙнала арыш менән һолоно ура ла башларбыҙ, - тип самалай “МТС. Урал аръяғы-Агро” йәмғиәтенең Учалы филиалы директоры Ғәлимйән Ғилажев.   

   Эйе, элек ГУСП (дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы)  хәлендәге  МТС әлеге мәл ойошторолоу-хоҡуҡ статусы йәһәтендә үҙгәреш кисерә, сөнки  инвестор менән берлектә эшләй башланылар. “Агродинамика” -  Пенза, Һарытау өлкәләре, Башҡортостанда эшмәкәрле алып барған ҡеүәтле агохолдинг.  Беҙҙә ни рәүештә хеҙмәттәшлек итәсәктәр – был хаҡта киләсәктә яҙырбыҙ әле, был компаниялар төркөмө республикабыҙҙа әһәмиәтле ҙур проекттарға тотондо бит. Ә әлегә үҙебеҙҙәге баҫыусылыҡ мәсьәләләренә баҫым яһап бәйән итә торайыҡ.

 МТС-тың Учалы филиалы баҫыуҙарында быйыл  1265 гектар бойҙай, 826 гектар һоло, 540 гектар ҡарабойҙай, 586 гектар етен, 180 гектар ужым арышы сәселгән. “Һуңғы ямғырҙар ҙа әллә ни ярҙам итмәне, үҫентеләр буй еткергәндә ҡоролоҡ хөкөм һөрҙө, ҡатырҙы.... Бойҙайҙың гектар ҡеүәте 10-12 центнерҙан артмаҫ, ярар, быйылғы ҡырыҫ шарттар өсөн уныһы ла яҡшы - тип самалай Ғәлимйән Ғабдуллайән улы. – Ә бына ҡарабойҙайҙың сағыштырмаса ярайһы уңдырышлығына өмәт өҙмәгәнбеҙ әле”.  Бөгөнгө көндә яуаплынан-яуаплы дәүергә әҙерлек эштәре ҡайнай предприятиела.

 Инвестор ярҙам итә башлаған, быйыл яҙҙан эш хаҡы ваҡытында түләнә,  күләме лә артҡан, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ-өҙөклөктәр кисермәгәндәр,  әммә етәкселек-идара итеү штаты бер ни ҡыҫҡартыла (хәҙер конторала филиал директоры, инженер һәм бухгалтер ғына ҡалған). Әлеге мәл предприятиела өс тиҫтәләп хеҙмәткәр иҫәпләнә, техникалары, тәбиғи, байтаҡ: дүрт “Джон Дир”, биш “МТЗ” тракторҙары, дүрт “КамАЗ” автомобилдәре, ике сапҡыс, алты заманса комбайн, ауыл хужалығы инвентары. Элек тә МТС-та тәртип ине, хәҙер тағын да яҡшырыр – техниканың ҡайҙа нишләп йөрөүенә ГЛОНАСС системаһы аша йыһан юлдаштары аша күҙәтеү алып барыла башлаған.

 МТС-та быйлдан уҡ һөрөнтө ерҙәрҙе арттырыу өҫтөндә тырышып эшләйҙәр, ҡалдауҙы күтәрәләр, пар ерҙәрен һөрөү менән ныҡлап шөғөлләнәләр. Яҡын киләсәктә 6-7 мең гектарҙа эш итеү тураһында һүҙ бара. “Экспансия” йүнәлеше – Ахун, Сәфәр, Иманғол ауыл ултыраҡтары биләмәләре, тип ишеттек. Бик хуп, юғиһә, байтаҡ баҫыуҙарыбыҙҙы ваҡ ағас баҫа башланы бит,  ауыл кешеләренә лә пай ерҙәре файҙа килтермәй буш ятҡан осраҡтар юҡ түгел. Инвесторҙары беҙҙә тәү сиратта фәҡәт ҡара тупраҡ әүрәткән икән, Һарытау яҡтарында башлыса һары балсыҡ тиҙәр бит инде. Филиал  элегерәк малсылыҡ менән дә шөғөлләнеп, һуңғы арала  был йүнәлеш туҡтатылғайны. Хәҙер ни, хәлдәр үҙгәрә башлағас, йәнә тергеҙеү тураһында хыялланалар.

 Машина-технология станциялар тәү башлап башҡа хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн төҙөлдө. Был эш менән  артабан да килешеүҙәр буйынса шөғөлләнәсәкбеҙ, тип ниәтләнә  Ғ.Ғ. Ғилажев. 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас