

Халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе, арҙаҡлы ғалим һәм әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов вафат булған.
Википедияла уның хаҡында бына ниндәй мәғлүмәт килтерелә: "Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.
1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмәтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.
1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды.
Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул - Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел", «Башҡортостан уҡытыусыһы", «Ватандаш", «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.
Ғайса Хөсәйеновты бөгөн, 28 июлдә, тыуған ауылында ерләйҙәр. Хушлашыу сараһы тәүҙә Өфөлә була.
Бәхил булығыҙ, Ғайса Батыргәрәй улы!