Яйыҡ
+10 °С
Дождь
On-line яңылыҡтар
28 Июля 2021, 05:08

Донъя шулай яралған....

" Тик  Һис көтмәгәндә улының асыуы ҡупты: -Әсәй, мин бит һәр копейканы иҫәпләйем, һаман  йәшәгән йортҡа кредит түләп бөтмәгәнмен!  Һиңә ниңә сәс киҫтереп аҡса туҙҙырып йөрөргә ине? Үр ҙә йөрө, бары өйҙә ултырған пенсионеркаһың".

Донъя шулай  яралған....Донъя шулай  яралған....
Донъя шулай яралған....

 

"Донъя шулай яралған....",

  авторы -Йәмилә Шәйәхмәтова

Көҙ айының матур йылы кДонъя шулай яралған....өнө. Туғайҙарҙа йәй үткәнгә моңланып һабан турғайҙары һайраша. Көҙ аяҡҡа баҫып, урам буйлап теҙелгән ағастарҙың һары япраҡтары көйөп, донъяның алтын балаҫҡа түшәлгән мәле.

Фәриҙә, йәш сағын төшөндә күреп, йөрәге тулап уянды.

....Практика үтеп ҡайтҡас, тырышып көндәлек дәфтәрен тултыра.  Өләсәһе йырлай-йырлай мейестән яңы бешкән икмәкте ала. Һөйгән егете Шамил мотоцикл менән  килеп туҡтағанын күреп, бөтә эшен ташлап ҡаршыһына йүгереп сыға....

 Төштән айный алмай тертләп тороп ултырҙы. Мотоцикл тауышы тип төшкә ингәне – телефон шылтырауы икән. Их, шылтырап  уятмаһа ла булыр ине: былай ҙа йөрәк әрней, күптән гүр эйәләре булған өләсәһен, ире, Шамилды  иҫенә төшөрөп оҙаҡ ултырҙы. Иренең  алсаҡ йөҙө,  матур итеп йылмайыуы, мыҡты кәүҙәһе күҙ алдынан китмәне...

 Хәсрәтһеҙ ул йәш саҡтар!  Йәш саҡ бер ваҡыт, бик тиҙ үтә лә китә шул, хәҙер төштәрҙә генә ҡабатлана.

Телефон тағы шылтыраны.

-Ял көндәрендә ауыл зыяратына барып, атай-әсәй ҡәберен күрәйек.  Тыуған ауыл тарта, һағындыра, былай ҙа һирәк кенә ҡайтабыҙ бит, - тип өгөтләне һеңлеһе Әнисә. Ҡыуанып ризалашты Фәриҙә. Ә кисәнге булған хәл ауыр кисерелһә лә, улына ла, килененә лә асыуланмаҫҡа тырышты.

....Шылтыратып, пенсияңды килеп ал, тигәстәре, Фәриҙә шәп кенә кейенеп почтаға йүгергәйне.

-Карточкаңдың срогы сыҡҡан, касса аша алырға тура килер, тип аңлаттылар бит. Аҡсаһын  алғас, парикмахерскийға инеп сәсен киҫтерҙе, хатта, йәшәргәндәй тойҙо үҙен. Аптекаға инеп кәрәкле дарыуҙарын алды. Өйгә ҡайтҡас, улы  менән килене эштән килеүгә һәр ваҡыттағыса ашарға әҙерләне. Улары ҡайтҡас,  ҡайҙа булғанын, ни эшләгәнен һәйләргә тотондо. Тик  Һис көтмәгәндә

улының асыуы ҡупты:

-Әсәй, мин бит һәр копейканы иҫәпләйем, һаман  йәшәгән йортҡа кредит түләп бөтмәгәнмен!  Һиңә ниңә сәс киҫтереп аҡса туҙҙырып йөрөргә ине? Үр ҙә йөрө, бары өйҙә ултырған пенсионеркаһың.

  Килене Гөлнур ҙа зарланырға тотондо:

-Мин көнө буйы бухгалтерияла ултырам, бурыстан ҡотолоу өсөн кисен ҡалып иҙән йыуам.

 Әсәй бер улына, бер килененә ҡарап торҙо ла, бүлмәһенә инеп бикләнде. Барыһын да күтәрә һуғып,  тыуған ауылыңда үҙ донъяңда үҙ аллы йәшәргә ине лә ул, һуң шул. Фатирҙарын һатып, кредит аҡсаһын өҫтәп  ике ҡатлы ҙур йорт алғас  ығы-зығылар башланды. Фәриҙә пенсияһын күрмәне, улы карточканан ай һайын үҙе ала барҙы.

-Былай ҙа йәшәргә урының, ашарға-эсергә бар, йомшаҡта йоҡлайһың, - тип әйткәс, күҙ терәп торған улына ҡаршы һүҙ өндәшмәне.

 ... Бер  нәмгә  лә күңеле төшмәне, хатта, рәхәтләнеп илай ҙа алманы.  Һуңғы ваҡытта бөтә нәмәгә  үҙен ғәйепләне, бигерәк тә ауылдағы өйөн һатып, ҡалаға улы янына йәшәргә күскәне өсөн. Йоҡларға ятһа ла, йоҡлай алманы, үткән ғүмере күҙ алдына килеп баҫа. Бигерәк тә мәрхүмә өләсәһен һағынды. Уның һөйләүенсә, атаһы  Ғилемйән һуғыш башланыр алдынан яратып йөрөгән ҡыҙы Фатимаға өйләнә.   Фәриҙә  донъяға килеүгә бер аҙна ғына булғанда атаһы һуғышҡа китә, һуңынан ”хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат ҡына килә уның тураһында. Фатима тол ҡалыуҙы ауыр кисерә, бөтә күңелен колхоз, йорт  эшенә бирә. Бер мәл кер сайҡарға барғанда  серек баҫма һынып йылғаға ҡолай.  Ҡотҡарыуын ҡотҡаралар,  тик башҡа аяҡҡа баҫа алмай, яҡты донъянан китеп бара. Ун йәшлек Фәриҙә тап шул саҡ табип булыу тураһында уйлана башлай. Ауылда табиптар булһа, әсәйем тере ҡалыр ине, тигән уй башынан сыҡмай.  Хәйер, өләсәһе  уны етемһерәтмәй, бар йөрәк йылыһын биреп  матур итеп тәрбиәләп үҫтерә. Ә үҙе төндәр  буйы фашистарҙы ҡарғап илай,  улының юҡлығына ышанырға һис тә теләмәй, ҡышҡы елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда  ишек асырға йүгерә... Ауылға һуғыш тураһында кино килһә, Фәриҙәне етәкләп алып барыр ине:

-Әйҙә, ҡарайыҡ, бәлки атайыңды ла күрһәтерҙәр.

Һуғыштан һуң йылдарҙа бер кемгә лә еңел булманы. Ауыл тулы һуғышта  зәғифләнгән ир-егет, тол ҡатындар, етем балалар.  Шулай ҙа халыҡ татыу, берҙәм булырға ынтылды.  Үлгәндәрҙе бергәләшеп һуңғы юлға оҙаттылар, шаулап-гөрләп туйҙар үтте, сабыйҙар донъяға тыуҙы.  Йәштәр мәктәп тамамлап, артабан уҡынылар, һөнәр алып ауылға әйләнеп ҡайттылар. Яңы йорттар һалынды, тормош яйлап яҡшырҙы.

Фәриҙә лә мәктәпте тамамлап аттестат алғас, медучилищеға уҡырға инә. Дәртләнеп уҡый, студент йылдары үткәне лә  һиҙелмәй.  Өләсәһе янына йыш ҡайтып йөрөнө. Бер көн ауылға барыу өсөн автовокзалға килгәнендә  армиянан ҡайтып килгән егет менән таныштылар. Автобуста урындары ла йәнәш тура килде.  Шамил исемле был егет менән бер ауылдан булып сыҡтылар. 

 Фәриҙә практикаға ла тыуған ауылына ҡайта. Ул ваҡытта “сәсәк” ауырыуы (оспа) таралған була, сирҙе еңеп сығыу өсөн ҡыҙға ла күп көс һалырға тура килә. Ауыл халҡы  тырышлығын баһалап, эшкә лә ауылға килеүен теләйҙәр.  Ҡайтты,  Шамил менән өйләнештеләр, туй үткәрҙеләр. Сабыйҙары Камил  тыуғас, өләсәһенең ҡыуанысының сиге булмай: “Был бит минең Ғилемйәнем!”- тип күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып  яратты. Баланың тәпәй баҫыуы, теше асылғаны, тиктормаҫҡа әйләнеүе – барыһы ла оло шатлыҡ. Фәриҙә иренә, улына, өләсәһенә, эшенә ҡыуанып, яҙмышына риза булып, шөкөр итеп йәшәне. Хәләл көс менән тапҡан аҡсалары донъя көтөргә етте – йәш ҡатын медпунктта, ире – ташсы булып хеҙмәт иттеләр.  Атай нигеҙендә яңы өй һалып сыҡтылар. Барыһы ла яҡшы, тик башҡа балалары булманы.

  Камил үҫеп, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, институтҡа инә. Ауылдаш Гөлнур исемле ҡыҙ менән бергә уҡыйҙар. Бер-берен оҡшатып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.  Студент ятағында  йәш ғаиләгә бер бүлмә бирәләр. Ауылға ҡайтҡандарында өшөп йөрөмәһендәр өсөн  Камилға ата-әсәһе еңел машина  ла бүләк итә. Уҡыған саҡта уҡ ҡыҙҙары Гөлнара  донъяға килә, шатлыҡтарының иге-сиге булмай, йәш атай атлап түгел, осоп йөрөнө. Фәриҙә лә өләсәйгә әүерелеүенә һөйөнөп бөтә алманы, баланың балаһы балдай татлы бит ул!

-Бала менән уҡыуы ҡыйынға төшөр, -тип  ейәнсәрен  үҙе ҡарарға ризалаша.  Шатлыҡлы мәшәҡәттәр менән үткән көндәр һиҙелмәй ҙә ҡала.  Диплом алғастары йәштәр ҡалала эшкә ҡала, ата-әсәләре бер бүлмәле фатир алырға ярҙамлаша. Тик бына шул саҡ Фәриҙәнең өләсәһе ауырып түшәккә ята,  нисек кенә дауаламаһындар, аяҡҡа баҫтыра алмайҙар.  Бәлә-ҡаза яңғыҙы йөрөмәй, күп тә үтмәй,  Шамил да йөрәк сиренән  яҡты донъя менән бәхилләшә.  Ҡайғыларҙан бөгөлөп төшкән Фәриҙәне улы менән килене үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайталар. Әсәләренең өйөн һаттырып,  фатиҙарын ҙурайталар. Фәриҙәнең ике туған һеңлеһе Камилға кәңәш бирә:

- Фатир алғанда, әсәйеңдең дә өлөшөн яҙҙырт. Донъя хәлен белеп булмай, байлыҡта, бәхетле йәшәгән кешеләр ҙә айырылышып ҡуя. Берәй хәл булһа, әсәйеңдең күҙ терәп ҡайтып асыр ишеге юҡ.

 Яңы фатирҙы ҡотлап, икенсе ейәнсәре Алина тыуа. Фәриҙә яңынан донъя мәшәҡәттәренә сума.  Ейәнсәрен башта балалар баҡсаһына, һуңынан мәктәпкә йөрөтә, улы менән килене көнө буйы эштә бит.  Тик бына кешенән ҡалышмайыҡ тип ҙур йорт һатып алғастары, ығы-зығылар башлана. Килененең йыш кәйефһеҙләнеүе лә сәбәп булалыр.

 .... Иртүк иһә юлға әҙерлек  мәшәҡәттәренә  сумды, бүләккә тип бер муҡса тултырҙы. Ауылға зыяратҡа Әнисә апайың менән барабыҙ, тип  улына  яҙма ҡалдыра ла, сығып китә.   

-Иң алда зыяратҡа барайыҡ, - тине Фәриҙә.  Әнисә риза булды, машинаһын зыярат ҡапҡаһы алдында туҡтатты. Фәриҙә яҡындарының ҡәберҙәрен һарғайған үләндәрҙән таҙартты, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо. Өс йыл зыяратҡа килмәгәне  өсөн әрүәхтарҙан ғәфү үтенде, яҡты донъяла күрһәткән изгелектәре өсөн рәхмәт әйтте, күҙҙәренә йәш тулды.

 Зыяраттан сығып барғанда, класташы Фәниләне осратты, ул яңыраҡ ирен ерләгән икән. Ни заман күрмәгән әхирәте өйөнә саҡырғас, ихлас  күңелдән ризалаштылар. Фәниләнең йорто ҙур, бөтә нәмә заманса. Хужабикә йәһәт кенә мунса яғып та ебәрҙе, “Бер үҙем генә йәшәйем, мунса ингәс, миндә ҡунырһығыҙ”, - тип өгөтләне. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәне. Ә икенсе көнөнә Фәриҙә ғүмер буйы эшләгән медпунктҡа  йүнәлде.  Стенала үҙенең фотоһын күреп ҡыуанды.  Яңынан ҙур медпункт төҙөләсәген ишеткәс, их, ейәнсәрем Гөлнара  бында эшкә килһен ине, бер йылдан мединститутын бөтә бит, тип тә уйлап ҡуйҙы. Һуңынан ире менән һалып сыҡҡан өйгә лә инеп сығырға булды. Йорт тыштан да, эстән дә ялтырап тора. Яңы хужабикә, кем килгәнен белгәс, көсләп тигәндәй сәй эсергә  саҡырҙы. Таныш ихата, килен булып төшкән нигеҙ, үҙҙәре һалып сыҡҡан өй тупһаһы аша үткәс, Фәриҙәнең күҙ йәштәре тамағына тығылды. Тыуған йорттан килен булып төшкән ер яҡшы, тигәндәй, ошо йортта йәшәгән ғүмере татлы төш һымаҡ күҙ алдынан үтте.

-Өй йылы, яҡты, урыны уңайлы, - тип һөйләнә-һөйләнә сәй яһаны хужабикә, -Үҙебеҙҙең сығышыбыҙ Башҡортостандан. Ҡаҙаҡтар араһында эшләп, һуңынан ҡыуылып ҡайттыҡ. Ауыр тын алып, хәбәрен дауам итте:

-Ул заманала йорт эҙләүселәр күп ине, үҙебеҙҙең районда табып булманы, шуға ла бында килдек. Оҙаҡламай, пенсияға сыҡҡас, үҙ яғыбыҙға ҡайтырға уйлайбыҙ.

 Быны ишеткәс,  Фәриҙәнең йөрәге  тертләне, өйҙө һатырға булһағыҙ, башта миңә хәбәр итегеҙ, тип телефон номерҙарын алыштылар.

 Кискә табан ҡайтыу яғына сыҡҡас, юл янындағы  ҡая янында машинаны туҡтаттылар.  Мәктәпте тамамлап аттестат алғас, шул ҡаянан  ауылына,  урмандарҙың, тау-ҡырҙарҙың матурлығына һоҡланып ултырған ваҡыттары ла бар ине. Тик был фани донъя бик тиҙ үтә лә китә икән...

 Әнисә апаһын үҙ фатирына алып ҡайтҡас,  оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар.

-Ейәнсәрем Гөлнара уҡыуын бөтөп ауылға эшкә ҡайтһа, өйөбөҙҙө һатып алһа,  бәтә хәсрәтем бөтөр ине, - тине Фәриҙә.  Аңлашыла,  үҙенең бит кеҫәһендә аҡса юҡ. Күсенгәндә  бөтә әйберҙәрҙе, һауыт-һабаны Камил  мәктәп ятағына ҡалдырып китә.  Һөйләшә торғас, әле йәшәгән өйҙәге өлөшөн тап Гөлнараға яҙҙыртырға булды, бәлки, ауылдағы йортто һатып алғанда кәрәге тейер.  Фәриҙә күңеле менән һиҙә бит – ике ҡатлы ҡалалағы йортто бары һатасаҡтар, сөнки унда  ҡот та, тыныслыҡ та юҡ, ғүмер буйы кредит түләп тә йәшәп булмай.

  -Әсәй,  бик тиҙ әйләнеп ҡайтҡанһың, - тип ҡаршы алды уны  Камил.  Фәриҙә үҙен артыҡ кеше итеп тойҙо, әммә һыр бирмәҫкә тырышты. Көндәр үтә барҙы, ә Фәриҙәнең күңеле тыуған ауылынан айырыла алманы, ҙур йортта үҙенә урын тапманы.Берҙе, йоҡонан уянып,  килененең зарланғанына ҡолаҡ һалды.

-Ғүмер буйы ҡәйнә менән йәшәйем, үҙ донъяма хужабикә булманым. Башҡаларҙың ҡәйнәләре ауылда йәшәй, һөтө, ите, майы менән ярҙам итәләр.  Әхирәттәр әйтә ине – ҡәйнәңдең йәшәр урыны юҡ икән, хәҙер бит ололарға үҙҙәренә айырым йорттар булдырылған!

Был һөйләнеүҙе ишеткәс, Фәриҙә  үҙенең артыҡ икәнлегенә тамам  төшөндө: “ Әстәғәфируллаһ, ғәрлеге ни тора!  Заман ҡатындары бәндәнән дә оялмай, Хоҙайҙан да ҡурҡмай. Хоҙайым,  түшәккә һалып, кеше көнлө итеп  ҡалдырма  мине бында, ҡарттар йорттарында ла йөрөтмә,  мәңгелек йортома китеү яҡшыраҡ булыр”, - тип уйланы. Йәшәгәнен йәшәгәнмен, ҡартлыҡтан ҡасып  булмай. ..   Йөрәген бер генә борсоно – балаһына мәрхәмтәле булырға, кешеләргә һәр саҡ асыҡ йөҙлө булырға өйрәтһә лә,  заман кешеһенә әйләнде  лә ҡуйҙы!

 Бер төндә, һыҙланып йоҡлай алмайынса ятҡан   Гөлнур  Камилдың: “Әсәй-әсәкәйем!”, - тип һаташҡанын  абайлап,  уята һалды:

-Бар, әсәйеңдең бүлмәһенә инеп хәлен бел әле.

 Ир, ҡурҡыныс төштән айына алмай, әсәһен ҡосаҡланы. Күптән ишетелмәгән яғымлы һүҙҙәрҙән  Фәриҙәнең дә күңеле йомшарҙы.  Камил көнө буйы төштән арына алмай йөрөнө – йәнәһе лә, мәрхүм атаһы  ат егеп килеп,  әсәһен ҡайҙалыр алып китә, ә ул үҙе арттарынан ҡарап илап ҡалды. Шуға ла кисен тағы әсәһе янына килде:

-Миңә асыуланма инде, һине бик-бик яратам!

Икәүләп ултырып сәй эстеләр, Камил был мәл атаһын ныҡ хәтерләтә ине.  Тик бына Фәриҙәнең һуңғы араларҙа ҡан баҫымы саманан тыш юғары,  йоҡоһоҙ төндәрҙе уйҙарға бирелеп үткәрә.  Ә бер һалҡын көҙ көнөндә  яҡты донъянан китте ул, аманатын үтәп,  ауыл зыяратында ерләнеләр. Аятын уҡытҡандан һуң, Гөлнурҙың ҡаты сирләгәнен аңлап, Әнисә киленде өгөтләргә тотондо:

-Мотлаҡ дауаханаға барып күрен, анализдар бир!

- Эштән бушап булмай,  сырхаған һайын дауаханала йөрөһәң, эштән дә сығарырҙар, ә беҙгә кредит түләр кәрәк.

Тыңламаны килен, ә хәле көндән-көн насарайҙы.  Тамам хөртәйгәс кенә  дауаханаға барырға була,  ҡыҙы Гөлнара белгестәр буйлап үҙе йөрөтә. Бер көн, ҡыҙының илауҙан ҡыҙарған күҙҙәрен күреп, барыһын да аңланы.... Камил, яңы кредиттар алып, ҡатынын ҙур ҡалалағы белгестәргә лә йөрөтөп ҡараны.  Ҡайҙа ла бер яуап яңғырай: “ Һуңлап килгәнһегеҙ, һуңғы стадияла операция ла ярҙам итмәйәсәк”.

 Ҡатынының яман шеш менән сирләүен белгәс,  Камил өсөн донъяның  йәме бөтөнләй юғалды, өй эсендәге тынлыҡ ҡәбер тынлығы булып тойолдо. Әнисәнең йышыраҡ килеп йөрөүен үтенеп һораны. Ҡатынын ҡарашырға кеше кәрәклеге тураһында иғлан да бирҙе. Ә үҙе, аҡса күберәк кәрәк булғас, көндөҙ эшендә йөрөнө, кистәрен таксист булып кәсеп итә. Шулай, берҙе  такси саҡыртҡан Лира исемле һылыуҡай менән танышып, хаттта, дуҫлашып китәләр. Берҙе ҡатын өйөнә сәй эсергә лә саҡырҙы. Камил һорай ҡуйҙы:

-Ғаиләң юҡмы ни?

- Минең яҙмышым бер-ике һүҙ менән генә  һүрәтләрлек. Бишенсе кластан бер партала ултырған Вадим йәшлек мәххәбәтемә әйләнде. Әрмегә оҙаттым, бер йылдан  Афғанстандан мәйетен килтерҙеләр...

 Күпмелер ваҡыт бер нөктәгә төбәлеп ултырҙы ла, дауам итте:

-Һуңынан институтта уҡып бөттөм, эшкә урынлаштым, сит илдәргә лә сйәхәт иткән булам....

 Әммә бары тәүге мөхәббәте онотолмай икән, утыҙ йыллап ғүмер үтһә лә, кейәүгә сыҡмаған.  Камилдың  тормош хәлен белгәс:”  Ҡәҙерен бел, бәлки һауығып та китер әле”, - тип дәрт өҫтәне. Дуҫтарса һаубуллыштылар. Камил  өйөнә ҡайтты,   аурыу ҡатынын күреп йөрәге әрнене. Янына роза сәскәләре гөлләмәһен ҡуйҙы, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡатынға оҙаҡ ҡарап ултырҙы, күҙ йәштәре аша шыбырҙаны:

-Тәүге күреүҙән яраттым, тормош юлымдан юғалма, ташлама мине!

...тик иртүк барып ҡарағанда,  Гөлнуры күҙҙәрен мәңгелеккә йомған ине инде. Ҡасандыр гөрләп торған өйҙә яңғыҙы ҡара ҡайғыға ҡатып  ҡалды Камил.  Бер көн Лира менән һөйләшеп, күңелен бушатҡы  килде.  Кафела осраштылар, ҡатын хәленән килгәнсә йыуатты дуҫын.

  Камилдың ҡыҙҙары башта атай йортона йыш ҡайтып йөрөһәләр, аҙағынан, эскән  кешеләр йыйла башлауын күреү ауыр булды уларға. Әнисә  был хаҡта белгәс, башта Камил менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булды:

-Был йортто һатып,  балаларыңа өлөш сығарыр инең.

-Юҡ, өй минең аҡсаға алынды, башым кредиттан сыҡманы!

-Ҡуй, юҡ менән булма, әсәйһеҙ ҡалған балаларың менән дошманлашма!  Был йортта әсәйеңдең дә өлөшө бар,  ярҙамлашыу өсөн донъяһын һатып, үҙе ситлектә һымаҡ йәшәне бит...

 Камил күнде, аҡсаһын бүлделәр. Ҡыҙҙар үҙҙәре уҡыған ҡалала  фатир алдылар. Өләсәһе ҡалдырған өлөштә Гөлнара  банкка һалып ҡуйҙы. Камил да элекке өйөнә яҡыныраҡ бер бүлмәле фатир алды. Ҡиммәт автомобилен һатып булған кредиттарынан ҡотолдо. Ҡыҙҙары йыш килде,  ары-бире йорт эштәрен  атҡарырға ярҙамлаштылар, әммә иргә тормош йәме юҡ ине. Әнисә уға кәңәштәрен бирҙе:

-Отпуска алғас ял йортона барып, ҡайғыңды баҫып  ҡайт. Яҡты донъяла йәшәүҙәрҙең ҡәҙерен белер кәрәк!

....тағы ла алтын көҙ етте. Камил көҙгө  урман тынлығына сумып йәйәү йөрөгә ғәҙәтләнде. Бейек ҡаяға  менеп, алыҫтағы йым-йым  килгән уттарға ҡарап ултырыр булды. Бөтә донъя уның өсөн моңһоу. Зәңгәр күккә  ҡарап,  бөтә һағыш миңә күскәнме ни, тип уйланды. Бөтә матур хыялдары селпәрәмә килде шул, ғүмере лә бер көн кеүек тиҙ үткәндәй һиҙелде.  Ауыр һулап уйлап ҡуйҙы -  йәшәһәң ине кемгәлер кәрәк булып,  кемдер ҡайтҡаныңды көтөп торһон ине, йәшәһәң ине алдағы көндәргә ышанып, өмөтләнеп...  Өмәт йәшәтә бит кешене. Күҙ йәштәре күңеленә һыймайынса бите буйлап  аҡты.  Көҙ ҙә үтер, һалҡын буранлы ҡыш та етер,  донъяны наҙлап тағы яҙ башланыр, тик янында иң яҡын кешеләре булмаясаҡ  башҡа....

 Нисек кенә яҡшылыҡҡа ынтылһаң да, уҙып булмай шул яҙмышты. Донъя шулай яралған: яҡындарҙы ҡыуандырып был яҡты донъяға киләбеҙ, һуңынан, ваҡыты еткәс,  яҡындарҙы ҡара ҡайғыға һалып ташлап китәбеҙ. Ҡайғыларға  сабыр итеп, донъяның ҡәҙерен белеп,  матурлығына, етеш тормошҡа шөкөр итеп, яҡшы уйҙарға бирелеп йәшәргә насип итһен ине беҙгә.

                          Йәмилә Шәйәхмәтова, Учалы ауылы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас