Яйыҡ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Июль 2021, 11:10

"Ҡәйнә теле" салаты

"Ҡәйнә теле" тип аталған был әсе ҡабымлыҡ күңелгә ятып тора. Тәме менән лечоны ла хәтерләтеп ҡуя. Хәйер, эшләп ҡарайыҡ.Был салатты әҙерләү өсөн  3 кг ҡабаҡ, 2-3 теш һарымһаҡ, 1 әсе борос, 5 татлы борос, 0,5 литр томат соусы, ярты стакан шәкәр, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1,5 балғалаҡ тоҙ, 3 аш ҡалағы аш һеркәһе, бер нисә борсаҡлы борос, 3-4 шт ҡәнәфер орлоғо кәрәк була. 

"Ҡәйнә теле" салаты
"Ҡәйнә теле" салаты

Был салатты әҙерләү өсөн  3 кг ҡабаҡ, 2-3 теш һарымһаҡ, 1 әсе борос, 5 татлы борос, 0,5 литр томат соусы, ярты стакан шәкәр, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1,5 балғалаҡ тоҙ, 3 аш ҡалағы аш һеркәһе, бер нисә борсаҡлы борос, 3-4 шт ҡәнәфер орлоғо кәрәк була. 

 

Ҡабаҡты ҡабығынан әрсеп, орлоҡтарынан таҙартабыҙ. Унан һаламлап турайбыҙ. Ҡалған йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, май, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Махсус һауытҡа һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сығыу менән кәстрүлгә ҡабаҡтарҙы һалабыҙ. 40 минут бешерәбеҙ. 

Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытабыҙ. Әйләндереп ҡуйып, һыуынғансы түшәк менән төрәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

"Һаҡмар"  гәхзитенән.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: