«Башҡорттар йәшәгән Урал тауҙары тәбиғәте ғәжәп матур.
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тау армыттары, үҙәндәр, уйһыулыҡтар, тарлауыҡтар бөтмәҫ-төкәнмәҫ теҙем булып берен-бере алмаштыра һәм
һәр аҙым һайын тиерлек юлсыны береһенән икенсеһе күркәмерәк
күренештәр менән таң ҡалдыра. Ошондай әкиәттәгеләй тәбиғәт
ҡосағында ғүмер кисереп, башҡорт поэтик уй-хыял, ижад өсөн
бай аҙыҡ таба, легендар үткәне менән һуғарылған һәм мөһабәт
тауҙарҙың, сикһеҙ далаларҙың, үткеһеҙ урмандарҙың хуш еҫенә
күмелгән һоҡланғыс йырҙар, әсир итерлек көйҙәр тыуҙыра».
Ошолай тәьҫирләнеп яҙған йәнтөйәгебеҙ Көньяҡ Уралға сәйәхәт
ҡылыусыларҙың береһе.
Беҙ ғүмер иткән ер, ысынлап та, һоҡланып туймаҫлыҡ хозур,
бәрәкәтле ер. Ошо йәмле, сихәтле ерҙә нәҫелдәштәребеҙ ирәйеп
донъя көткән. Урал ҡотонан таралған ырыуҙар ил ырыҫын тап-
ҡан. Ҡанбабабыҙ, туҡһан йәшлек бер сәсән халҡына һамаҡлағанса:
Әй, тыуған ер, тыуған ер —
Олатайҙар торған ер,
Дүрт аяҡлы януарға
Төйәк булған тыуған ер.
Туғайҙары түшәктәй,
Тал-муйылы ҡурсаҡтай,
Балтырғаны беләктәй,
Һарынаһы ҡурай еләктәй.
Сәскәләре мең төҫлө,
Иҫертерлек хуш еҫле
Йәйрәп ятҡан еребеҙ...
Ата-олатайҙарыбыҙ төйәк иткән ожмахтай ерҙең, уны илгә
танытҡан тәбиғәт ынйыларының ынйыһы — Ирәмәлебеҙ, донъябыҙға ҡот өҫтәгән әмәлебеҙ.
Ирәмәле, Ирәмәл, Ирәмәлкәй... Ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең изге
төйәге Көньяҡ Уралда, Башҡорт илендә Ямантауҙан (Йәмәлекәй
тау) ҡала иң бейек, йәмле һәм ғәжәп тау! Иҙел башында, йәғни
Белорет, Учалы райондары биләмәләре сиктәрендә күккә ашып
торған ике түбәле ифрат ҙур тау. Ҙур Ирәмәлдең бейеклеге —
1582, Кесе Ирәмәлдең — 1449 метр. Көньяҡ-көнбайыш тарафтан
төньяҡ-көнсығышҡа 12 саҡырымға, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-
көнбайышҡа табан 8 саҡырымға һуҙылған.
Армыт-армыт йәмле Урал тауҙарына, Ирәмәл буйҡайҙарына
таң ҡалмаған кеше юҡ. Мәскәүҙән килгән илгиҙәр, сәнғәт белгесе Сергей Лебедев тыуған яҡты өйрәнеүсе Алексей Дмитриевтың
көндәлегенә һоҡланыуын белдереп бына шулай яҙған: «Был Рио-
де-Жанейро һәм Сан-Франциско ла түгел. Йөҙ мәртәбә яҡшыраҡ!» Йәнә Көньяҡ Урал, Яйыҡ буйы тәбиғәтенә иҫе-һушы
китеп, туҡтауһыҙ фотоға төшөрөп, Мәскәү журналисы: «Бында
бәхетле кешеләр йәшәй!» — тигәйне.
Ҡанбабаларыбыҙ йәннәттәй күргән Ирәмәлкәй тауҙың тәбиғәте иһә айырыуса үҙенсәлекле, үҫемлектәр һәм тереклек
донъяһы ғәжәп. Хәс тә әкиәт иле! Фәҡәт таштарҙан торған
киртләс тауҙар, «Таш йылға», тау тоҡомдары ишелмәләре,
таш сәсмәләре... Таштарҙы Хоҙай күктән яуҙырып ҡына ошондай тауҙар, күренештәр хасил иткәндер, тип уйлата. Ә болондары ниндәй күркәм! Бер болоно мамыҡ түшәк һымаҡ. Һаҙамыҡ
урын түгел, әммә атлаған һайын бәүелеп тора. Йомшаҡ тәбиғи
түшәктә ятып ял итеүе — үҙе бер ләззәт. Ошо болонда —
ашап туйғыһыҙ күк көртмәле. Ирәмәл буйҙарында ҡыҙыл
көртмәле, ҡара көртмәле, мүк еләге лә бар. Тәндәргә им
булыр, көс-ҡөҙрәт өҫтәр алтын тамыр, еҫенән шайтан ҡасыр
артыш та үҫә...
Ирәмәлдә урмандан артылған түбәләр, һыуыҡ тау яланғаслыҡтары, тау-урман, тау тундраһы бүлкәттәре күҙгә салына.
Ҡайҙа баҡһаң да — һирәк осраған күренештәр. Тирә-яҡ мөхит
үҙенең ырымы, хозурлығы менән күңелдәрҙе арбай.
Һауа торошо ла бында ҡәҙимгесә, күнегелгәнсә түгел, ҡырҡа
үҙгәреп, алмашынып тора. Көслө елдәр иҫә, ямғырҙар яуа, шар
йәшене оса, тирә-йүн йәһәт кенә томанға сорнала, томанлы
көндәр, яуым-төшөм күп күҙәтелә. Ҡар иртә ята һәм ҡышын бик
ҡалын була, июнь аҙаҡтарынаса иреп бөтмәй. Сыуаҡ көндәрҙә
Ирәмәл Яйыҡ буйынан бик йыраҡтан күренә. Был халыҡ йырында ла сағыла:
Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ башы.
... «Аҡ ташы» тип түгел, «аҡ башы» тип йырлау дөрөҫ.
Илдең төрлө тарафтарынан бихисап сәйәхәтселәр Ирәмәлде
күрергә килә. Ирәмәлгә артылыусылар түбәһендәге саф һыуын
эсеп һыуһынын ҡандыра, бейек түбәлә һыу булыуҙы ғәжәп итә.
Ирәмәл — Хоҙай үҙе яралтҡан һыу үҙәге. Итәктәренән бик күп
шишмә урғып сыға. Ағиҙел, Йүрүҙән йылғаларының байтаҡ ҡушылдыҡтары бынан баш ала. Ишетеүемсә, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре
йәшерен хәрби төҙөлөш өсөн Ямантауҙы түгел, башта Ирәмәлде
өңөргә уйлаған. Мәгәр һыу баҫымы ғәйәт көслө булыу сәбәпле,
яуыз ниәттәре бойомға ашмаған.
Борон башҡорттар Ирәмәлде изге тау иҫәпләгән. «Күбәләк-
Теләү нәҫеленең сығышы» тигән риүәйәткә күҙ һалайыҡ:
«...Бабай, шулайтып, сығып киткән. Ҡуйы урманға барып
еткән. Урманда бер йән эйәһе лә күренмәгән. Тик тау башында
бер ҡарт намаҙ уҡып ултыра икән, ти. Уҡып бөткәс, бабай уға
сәләм биргән. Ҡарт бабайҙан:
— Һин кем? Ҡайҙан киләһең? — тип һораған.
— Илгә — илбеҙ, яуға — яубыҙ, — тип яуап биргән бабай.
— Ә һин үҙең кем булаһың?
Ҡарт әйткән:
— Мин Аллаға табынып, әүлиә булып йәшәйем. Ирәмәл
әүлиәмен.
Былар бергә йәшәй башлаған. Бер аҙҙан ҡарт үлеп киткән.
Бабай уны тау башына күмеп, ерләп, баш осона таш ҡуйған, үҙе
икенсе яҡҡа сығып киткән. Тағы бейек тау янына килеп еткән,
ти, был. Етһә — тау башында бер ҡарт намаҙ уҡып ултыра икән.
— Һин кем? — тип һорай икән бабай бынан.
Ҡарт:
— Мин Йәмәл әүлиәмен, — тигән. Былар тағы бергә
йәшәгәндәр. Ҡарт бер аҙҙан донъя ҡуйған. Бабай уның баш осона
таш килтереп, «Йәмәл әүлиә» тип яҙып ҡуйған. Әүлиәне күмгән
тауҙы тәүҙә Йәмәл тауы тип йөрөткәндәр. Хәҙер Ямантау тиҙәр».
Ошондай риүәйәттәргә таяныпмы, башҡорттар Ирәмәлде изге
тау тип иҫәпләүҙәнме, урыҫ сәйәхәтселәре, ғалимдары үҙҙәренең
яҙмаларында вә китаптарында Ирәмәлде «Священная гора» тип
тәржемә итә һәм раҫлай. Әйтәйек, В. П. Семенов— Тянь-Шанский
редакцияһындағы «Рәсәй» күп томлы баҫмаһында, В. А. Никоновтың «Ҡыҫҡаса топонимдар һүҙлеге»ндә... Ҡанбабаларҙың Ирәмәлде тылсымлы, ырымлы ер, хатта ер кендеге һанауы ауыҙ-тел
ижадында асыҡ төҫмөрләнә. Мәгәр ырымлы һүҙе менән Ирәмәл
атамаһы араһында ауаздашлыҡ тойолмай.
Урыҫ сәйәхәтселәренән П. И. Рычков яҙмаларында Ирәмәлде
«Ирямэля-Тау», «Ирямяли-Тау», В. Н. Татищев «Иремян», «Эре-
нял», И. И. Лепехин «Ирямял Тау» тип теркәгән. Үҙгәртеү,
боҙоуҙар ҙа күҙгә бәрелеп тора. Филология фәндәре докторы
Александр Константинович Матвеевтың «Уралдың географик
атамалары» топонимик һүҙлегендә яҙылыуынса, XVIII быуат
сәйәхәтселәренән бер кем дә Ирәмәл атамаһының аңлатмаһын
яҙып ҡалдырмаған, Урал университетының топонимик экспедицияһы хеҙмәткәрҙәренә лә Башҡортостанда тикшеренеү эштәре
алып барылған урындарҙа ишетергә насип булмаған.
Профессор А. К. Матвеев иһә Ирәмәл атамаһының мәғәнәһен
шулай аңлата: «...В некоторых тюркских языках встречается
слово әмәл (в русской передаче эмель) — «седло», «седловина»,
восходящее к монгольскому эмээл — «седло». Это слово нередко встречается в названиях перевалов Алтая, Тянь-Шаня и
других гор Средней Азии. Известно, что в названиях башкирских гор сохранилось много элементов седой старины, которые
необъяснимы из современного башкирского языка. Если допустить, что тот же монгольский элемент некогда был в языке
башкир или их тюркских предшественников, то Иремель легко
истолковать как «Седло мужчины (героя)», ведь слово ир в
башкирском языке — «мужчина», «герой». Кто видел Иремель,
легко может обнаружить в этой исполинской, наискось усеченной пирамиде сходство с гигантским седлом, и тогда это
цветистая метафора в истинно восточном вкусе. Но может быть
и так, что имеется в виду обширная седловина между горой
Большой Иремель и горой Малый Иремель. Где правда —
решить трудно».
Дөрөҫ, Ирәмәлдә эйәргә оҡшаш ғәйәт ҙур тораташ бар. Йәнә
Ҙур Ирәмәл менән Кесе Ирәмәл түбәләре араһын да биләнгә,
эйәргә оҡшатып була. Әмәл һүҙе монголса эйәр мәғәнәһенә лә
барып тоташалыр. «Мамай хан хикәйәте»ндә Мамай һамаҡлап
әйтеүенсә:
Иҙел башы Ирәмәлтау —
Минең атам Мусаның
Иле ҡунған ере ине.
Яйыҡ башы ҡара урман —
Минең атам Мусаның
Йәй йәйләгән ере ине.
Ҡыҙыл, Өйсүк, Биштамаҡ —
Минең атам Мусаның
Ҡыш ҡышлаған ере ине.
Мәгәр Ирәмәл атамаһы Иҙел буйынан Сыңғыҙ хандың уландары яу менән үткәндән, Мамай хан ил биләгәндән ҡалған тип
раҫлап та булмай. Сөнки башҡа сығанаҡтар, мәғлүмәттәр ҙә бар.
Нигеҙендә тормош ысынбарлығы ятҡан «Урал батыр» эпосында
Ирәмәл атамаһының мәғәнәһе бөтөнләй башҡаса аңлатыла:
Һомай һүҙен ишеткәс,
Иҙел уйға ҡалған, ти...
Аҡбуҙаттан төшкән, ти,
Атаһының булатын
Ҡулына тотоп алған, ти,
Бейек тауға менгән дә
Ирәмәлләп торған, ти.
Халыҡ бары ла Иҙелдең
Ни эшләүен көткән, ти.
«Атайымдың ҡулында
Булат дейеү тураны.
Уралдан тыуған ул булып,
Халыҡты һыуһыҙ ҡаңғыртып,
Батыр исеме күтәреп,
Һыу табалмай тилмереп
Тороу ирлек буламы?» —
Тигән дә Иҙел ирәйеп,
Тауҙы яра сапҡан, ти,
Көмөштәй бер аҡ йылға
Сылтырап шунда уҡ аҡҡан, ти,
Тауҙы буйлап киткән, ти.
Әзрәҡәнән бар булған
Ямантауға еткән, ти.
Тау йылғаны быуған, ти,
Иҙел килеп уҡталып,
Билен өҙә сапҡан, ти, —
Йылға ары аҡҡан, ти.
Иҙел баҫып торған тау,
Ирәмәлләп сапҡан тау,
Йылға сығып аҡҡан тау —
Ирәмәл булып ҡалған, ти.
Йылға быуған ҙур тауы,
Өҙә сапҡан урыны —
Ҡырыҡты булып ҡалған, ти.
Иҙел батыр тапҡан һыу,
Сылтырап матур аҡҡан һыу
Иҙел булып ҡалған, ти.
Эпостан килтерелгән ошо өҙөктөң йөкмәткеһенә, «Бейек тауға
менгән дә ирәмәлләп торған, ти», «Ирәмәлләп сапҡан тау» тигән
юлдарҙа «ирәмәлләп» һүҙенең мәғәнәһенә иғтибарҙы йүнәлтәйек.
Ул бында әмәл, әмәлләү тигәнде, йәғни нисек тә юлын, сараһын,
яйын табып, нимәлер эшләүҙе, башҡарыуҙы аңлата. Шулай итеп,
эпоста Ирәмәл атамаһының мәғәнәһе «ир (Иҙел батыр) әмәлен
тапҡан», «ир әмәле» тигәнгә ҡайтып ҡала. Әйткәндәй, Яйыҡ
йортта Ирәмәл йылғаһы, халыҡ ижадында «Ирәмәле» исемле
йыр ҙа бар:
Ирәмәле тауҙың көн битенән
Сөптөрҙәп тә аға бер йылға.
Беҙ киткәндәү юлдың юҡ билгеһе:
Һау-сәләмәт булың күп йылға.
Ғөмүмән, халыҡ ижадында Ирәмәл төрлө йәһәттән йыш
һүрәтләнә. «Ай, Уралтау, Уралтау» ҡобайырында Урал тигән
ерҙең билдәле төйәге икәне әйтемләнә:
...Ирәмәл, Айтас һөтөндәй,
Иҙел, Яйыҡ, Һаҡмарлы...
Урал тигән ерем бар,
Урал тигән илем бар.
«Аҡбуҙат» эпосында иһә «Ирәмәлдәй һарайға алтын таштар
тултырған» тиелеп, Ирәмәлдең дәүлеге тасуирлана, батырҙарының береһе Ҡатай булыуы белдерелә. Урындағы халыҡ ижадын
яҡшы белеүсе Яйыҡ улы, ырыуы Барын Спартак Мөжәүир улы
Ильясов әйтеүенсә, «Ҡасҡын» ҡобайырында «Ер кендеге —
Ирәмәлтау», «Имсәктән һурған шифалы һөт һымаҡ һыуыбыҙ»
кеүек юлдар булған. Ҡанбабаларҙың Ирәмәлде ерҙең кендеге
һанауы юҡҡа түгелдер, бында ҙур хикмәт барҙыр. Ғиллә, моғайын, Ирәмәлдең һыу үҙәге, сығанағы, көмөштәй аҡ йылға —
Ағиҙел сығып аҡҡан ҡотло ер булыуындалыр. Йәнә «Мәргән
менән Маянһылыу» эпосы йорт-ил яҙмышы хәл ителгән мәлдәрҙә,
Ирәмәл ил уҙамандарының, халҡын ҡурсыр улдарының, азаматтарының йыйын урыны булыуын да аңғарта:
Мәргән ҡорбаш булған һуң
Оран һалған Уралға:
Атҡа менеп барыһы
Ирәмәлгә килергә!
Шулай итеп, Ирәмәл — ауыҙ-тел ижадында данланған, йәшәү,
рух сығанағы булған изге ер. Ирәмәл — илгә ата булған
Уралдың, унда ғүмер иткән башҡорттарҙың Хоҙай үҙе ҡыҙығыр
илаһи төйәге.
Ошо Хоҙай үҙе ҡыҙығыр төйәкте күрергә ҡайҙарҙан ғына
килмәйҙәр һәм тере йән һымаҡ, уға «Һаумы, Ирәмәл!» тип
өндәшәләр. Йәйен дә, ҡышын да. Ирәмәлгә Учалы яғынан Кирәбе ҡасабаһы, Байһаҡал, Ихсан ауылдары, Белорет тарафынан
Тирлән ҡасабаһы, Мәхмүт ауылы, йәнә Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән
ҡалаһы, Төлөк ауылы аша баралар. Ирәмәл итәгендә ятҡан,
халҡы ағас эшкәртеү, туҙ һыҙырыу, дегет ҡайнатыу кәсептәре
менән шөғөлләнгән Байһаҡал, Ихсан ауылдары бөтөүгә дусар
булған. Йәннәттәй ергә ғүмерлек һағыш ҡына күңелдәрҙән һис
тә китмәгән.
Ирәмәл йәнәшендә ятҡан ауылдарҙың береһе — Төлөк. Өфөләге
«Роза Ветров» туристик фирмаһы бында туристар йорто булдырған.
Уны Американан килгән, нәҫел тамыры Төлөккә бәйләнгән миссионер һалдырған һәм ошонда йәшәп киткән. Йорт туристар
өсөн бик тә йәтеш: ҡунырға — урындары, туйынырға — ашханаһы, йыуынырға — мунсаһы әҙер.
Төлөк исеме йәшәү өсөн тыныс, имен урын тигәнде аңлата.
Халҡыбыҙ телендә йән төлөгө, йәғни йәнгә тыныслыҡ табыр
урын төшөнсәһе лә бар. Ысынлап та, бында йәндәргә шифа
хозурлыҡ, һиллек табаһың. 2003 йылдың авгусында Ирәмәлгә
сәйәхәт ҡылған «Ватандаш» журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре,
уҡыусылары быны бөтә йәнебеҙ-тәнебеҙ менән тойҙоҡ.
Ауыл уртаһынан эреле-ваҡлы меңәрләгән таштар араһынан
шишмәләй саф һыулы Төлөк, йәнәшәлә генә Йүрүҙән сылтырай.
Бында йәндәрҙе арбар тылсым, ҡөҙрәт бар, күрәһең. Ер
тартмаһа, һыу тарта, тигәндәй, Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән,
мәгәр йыл һайын тиерлек Төлөккә килеп ял иткән ғаиләне
осраттыҡ. Тыуған ерҙең хозурлығын, сихәтен ситтәгеләр нығыраҡ тоялыр, моғайын. Уйлаһаң, ғәжәп тә, сәйер ҙә инде, Башҡорт илендә ғүмер кисереп, «Башҡортостандала шундай иҫ китмәле урындар бар икән!» — тип аптыраусылар бихисап.
Хатта мәҙәниәт, әҙәбиәт, матбуғат өлкәләрендә эшләүселәрҙән.
«Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир булғанда эш өҫтәлемдә
Ирәмәл төшөрөлгән ҙур фотоһүрәт ята ине. Яҙыусыларыбыҙҙан
берәү: «Ниңә алдыңа Ҡаф тау күренешен һалып ҡуйғанһың?» —
тип һораны. «Ниндәй Ҡаф тау булһын инде, яҡшылабыраҡ
ҡарағыҙ». Бик оҙаҡ текләп торғандан һуң ул: «Ирәмәлдер,
моғайын», — тине. Мин иһә, башҡортмон тигән башҡорт
Шүлгәнташ, Ирәмәл кеүек тәбиғәт мөғжизәһен, бөйөклөгөн мот-
лаҡ күрергә тейеш, тип уйлайым.
Төлөк тирәһенән Ирәмәлгә шыр урман араһынан туҡталҡаларҙа ял итә-итә күтәреләһең. Юлдан яҙлыҡмаҫ өсөн шыршы-ҡарағайҙарға тамғалар һалынған. Һуҡмаҡты юғалтһаң, аҙашыуыңды көт тә тор. Ирәмәл шаяртмай. Оҙатыусыһыҙ йөрөүе хафалы. Ирәмәлде яҡшы белә тигән юлдашыбыҙ Батыр Иҫәнсуриндың да һуҡмаҡтан тайпылып, шик-шөбһәгә һалған саҡтары булды.
Ирәмәл Башҡорт иленең Мәккәһе, мөғжизәһе һымаҡ. Изге
тау менән иркенләп танышыр өсөн күп илгиҙәрҙәр палаткалар
ҡороп ҡуна ята. Таш ҡорғандар өйөп, полиэтилендан япма яһап,
тәбиғәт ҡосағында мунса ла инәләр. Шишмәләр, Ҡарағай йылғаһы таштан ташҡа һикереп ағып ята. Бында беҙ фәҡәт илаһи
күңелле кешеләрҙе осраттыҡ: һаулыҡ һорашалар, хәл-әхүәл белешәләр, сәйгә саҡыралар.
Ирәмәлгә яҡынайғас, юлдашыбыҙ Риф Иҫәнов улы Рөстәм
менән ҡурайын тартып ебәрҙе, тирә-йүнгә сихри моң таралды.
Һуҡмаҡта тап булған урыҫ илгиҙәрҙәре ғәжәпләнеп: «Ҡурайҙа
уйнайҙармы ул?» — тип белеште. Беҙ иһә Тольяттиҙан, Иҙел-
Урал экологик селтәренә булышлыҡ итеү үҙәгенән килеп, Ирәмәлде, уның үҫемлектәр донъяһын һаҡлау хәстәрлеге менән
йөрөүселәргә ғәжәпләндек. Заманында «Правда» гәзитенең үҙ
хәбәрсеһе Валерий Прокушев яҙып сығып, Ағиҙел баш алған
ерҙе таҙарттырғайны һәм кәртәләп алдырғайны. Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, заман талаптарына ярашлы туризм ойоштороу
йәһәтенән үҙебеҙгә әүҙемерәк булыу, ғәмәли саралар күреү зарур, әлбиттә.
Ирәмәлгә артылғанда Белореттан тыуған яҡты өйрәнеүсе,
Урал буйҙарын йәннәттәрҙән артыҡ күреүсе, данлаусы Алексей
Иосифович Дмитриевты хәтергә төшөрҙөм. Һикһән йәшендә лә
ер-һыу гиҙеп, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадыҡомартҡыларын йыйып,
өйрәнеп, «Ирәмәл тау легендалары», «Ирәмәл тау серҙәре»
исемле ҡулъяҙма йыйынтыҡтар әҙерләгәйне. Тәүге йыйынтыҡты
ҡарап, мин унда «Ирәмәл — изге тау», «Һомай — бәхет ҡошо»,
«Ирәмәл тау рухы», «Ирәмәлдең алтын хазиналары» тигән легенда-хикәйәттәрҙе күргәйнем. «Әле матбуғатта баҫылмағаны ун
һигеҙ», тигәйне. Ошо рухи мираҫтың китап итеп сығарылмауы
үкенесле. Илдең төрлө тарафтарынан килгән туристар уны бик
теләп алыр ине. Әле лә Ирәмәлдең серҙәре асылып бөтмәгән.
Уның хазиналарын эҙләүселәр, тирә-яғында әҙәм белмәгән әйберҙәр,
күмелгән нәмәләр, ҡәберлектәр ҙә бар, тиҙәр. Әйткәндәй, Ирәмәл
тауҙың урта тошонда мин таштар араһынан ыҫылдаған тауыш
ишеттем, әллә йыландар ятамы икән тип, ситкәрәк тартылдым.
Батыр Иҫәнсурин: «Һерәйеп торған таштар араһынан ел уйнап,
ошондай тауыш сығаралыр, моғайын», — тине. Был юлы миңә
Ирәмәл йырлаусы тау булып күңелемә уйылды.
Мине Хоҙай нисек хасил иткән, шул килеш күрегеҙ тигәндәй,
августың сыуаҡ, һуңғы йылдарҙа күҙәтелмәгәнсә эҫе көнөндә
Ирәмәл үҙенең тәбиғи үҙенсәлектәрен танытты. Тирә-йүндә күк
салт аяҙ күренһә лә, беҙҙең өҫтән ямғыр һибәләп үтте. Түбәһенә
менеп, «Ватандаш» тип яҙылған байраҡты ҡаҙап, шағирә Тамара
Искәндәриә илһамланып шиғыр уҡып, Батыр Иҫәнсурин фотоға төшөрөп,
юлдаштарыбыҙ Миләүшә, Әнисә, Миңниса, Гүзәл, Альбина, Йәмил,
Рәмил, Иршат ҡоштар осҡан бейеклектән ғәжәйеп күренештәргә
хайран ҡалып, тамаша ҡылып торғанда, Төлөк яғынан йәшен
йәшнәп, күк күкрәп, ҡойма ямғыр беҙгә табан уҡталды. Йәшен
мәлендә Ирәмәл түбәһендә тороу ҡурҡыныс. Шуға ла бер аҙ
аҫҡараҡ төшөп ултырҙыҡ. Ҡыуанысҡа күрә, шом һалған ҡара
болоттар ситләтеп үтте. Байтаҡ мажаралар кисереп, арып-талып,
ҡараңғы төшөүгә Төлөккә барып еттек. Ирәмәлдең тылсымы
айырыуса арҡаҙашыбыҙ Риф Иҫәновҡа килеште: ҡан баҫымы,
йөрәк тибеше яҡшырҙы, һулыш алыуҙары иркенәйҙе уның.
Икенсе көндө Йүрүҙән буйынан Ҙур Ирәмәлгә һәм Кесе
Ирәмәлгә бағып, йәнә бер һоҡландыҡ, таш йортҡа үрмәләнек,
изге шишмәнән һыу эстек. Алда иһә һәр кем Ирәмәлгә сәйәхәтен
хисләнеп һөйләйәсәк әле. «Мин Ирәмәлгә артылдым, уның ҡабат-
ланмаҫ матурлығын күрҙем!» — тиеү үҙеүк оло мәртәбә һәм
ғорурлыҡ ул.
Сәлимйән Бәҙретдинов, https://vk.com/id333845860