Яйыҡ
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Август 2021, 14:20

Асҡыстар

Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәнең асҡысын булдырған.

Асҡыстар
Асҡыстар

Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәнең асҡысын булдырған.

Намаҙҙың асҡысы – тәһәрәт.
 Хаждың асҡысы ‒ ихрам, ә диндарлыҡтың, тәҡүәлектең асҡысы ‒ ихласлыҡ.
 Йәннәттең асҡысы ‒ тәүхид.
 Ғилемдең асҡысы ‒ һорауҙар бирә белеү һәм диҡҡәт менән тыңлау.
 Еңеүҙең асҡысы ‒ сабырлыҡ.
 Аллаһҡа шөкөр итеү ‒ байлыҡты, муллыҡты арттырыуҙың асҡысы булып тора.
 Аллаһҡа яҡынайыуҙың асҡысы ‒ Уны зикер итеү.
 Уңышлы булыуҙың асҡысы ‒ тәҡүәлек.
 Тәүфиҡтең асҡысы ‒ Аллаһҡа ынтылыу һәм Уның язаһынан ҡурҡыу.
 Доға ҡылыу Аллаһтан яуап килһен өсөн асҡыс булып тора.
 Ахирәт тормошона ынтылыуҙың асҡысы ‒ донъя ниғмәттәренә иҫ китмәү.
 Имандың асҡысы ‒ Аллаһ фекер итергә саҡырған нәмәләргә ҡарап уй йөрөтөү.
 Йөрәктең тереклеге өсөн асҡыс ‒ Ҡөрьәнде фекерләп уҡыу, төн аҙағында Аллаһҡа доғалар менән ялбарыу һәм гонаһтарҙан баш тартыу.
 Аллаһтың мәрхәмәтенә ирешеү өсөн асҡыс ‒ ғибәҙәтте урын-еренә еткереп башҡарыу һәм Аллаһтың ҡолдарына файҙа килтерерлек эштәр менән булышыу.
 Ризыҡтың асҡысы ‒ тәүбә һәм тәҡүәлек менән сәбәптәр ҡылыу.
 Көс-ҡөҙрәткә эйә булыу өсөн асҡыс – Аллаһҡа һәм Уның Пәйғәмбәренә (ﷺ) итәғәтлек.
 Ахирәткә әҙер тороуҙың асҡысы ‒ өмөттәр бағлағанда сама белеү.
 Бөтә изгелектең асҡысы ‒ Аллаһҡа һәм мәңгелек тормошҡа ынтылыу.
Бөтә яуызлыҡтың асҡысы ‒ был донъяны яратыу һәм өмөттәр бағлағанда сама белмәү.
Һәр изгелектең асҡысы булған кеүек, һәр яуызлыҡтың да асҡысы була. Уларҙы белеү яуызлыҡ ишектәрен асыуҙан һаҡланыу өсөн кәрәк.
Тамуҡтың асҡысы ‒ Аллаһҡа тиңдәштәр ҡатыштырыу (ширк ҡылыу), тәкәбберлек, Аллаһты зикер итеүҙән, Уның хаҡтарын үтәүҙән һәм Пәйғәмбәргә (ﷺ) эйәреүҙән баш тартыу.
Һәр гонаһтың асҡысы ‒ хәмер. Зинаның асҡысы ‒ йыр-моң. Насар уйҙарҙың, насар ғашиҡлыҡтың асҡысы ‒ ҡараш. Уңышһыҙлыҡтың һәм юғалтыуҙарҙың асҡысы ‒ ялҡаулыҡ һәм эшһеҙлек.
 Көфөрлөктөң асҡысы ‒ итәғәтһеҙлек. Ике йөҙлөлөктөң асҡысы ‒ яһалмалыҡ, ялғанлыҡ. Һаранлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ туғандар араһы боҙолоу өсөн асҡыс булып тора. Аллаһ рәсүленең (ﷺ) рисәләтен һанға һуҡмау ‒ бидәғәттәрҙең һәм аҙашыуҙарҙың асҡысы.

Имам Ибн әл-Ҡаййим.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: