Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Август 2021, 09:47

....беҙҙән дә бай кеше табылмаҫ,

Башҡорт ҡапшап ҡарамайынса ышанмаҫ:)

....беҙҙән дә бай кеше табылмаҫ,
....беҙҙән дә бай кеше табылмаҫ,

Ҡайһы сорт яҡшыраҡ, тип агрономдарҙың бәхәсләшкәнен йыш ишетергә тура килгән бар. Ә нимәһен юҡҡа һүҙ көрәштерергә, “Башҡорт ҡапшап ҡарамайынса ышанмай” әйтемен ҡулланырға мөмкин бит, “Баҫыу көнө” быға ирек бирә!
Уральск һөтсөлөк комплексы янында бихисап культура, сорт-гибрид төрҙөре алдан сәселгән. Бойҙайҙың -46, арпаның -28, һолоноң -12 төрөн иҫәпләнек. Һәр сорттың үҙенсәлектәре ап-асыҡ күренә. Әйтәйек, 12 сорт көнбағыштан “Белоснежная” тигәне ҡалғандарҙан һиҙелерлек айырыла ине. Ә илле тирәһе (!) кукуруз сорт-гибрид ы араһында әллә ни бер-беренән айырылғандарҙы абайламаныҡ. Бәрәңге лә бар, бүлбеләре быйылғы ҡоролоҡ өсөн ярайһы, ниндәйҙер “Гала” сорты. Алмаларының күплеген күреп иҫ китте – виноград тиерһең. Соя, 22 төр борсаҡ, етен, чечевицаны ла ҡапшап ҡараныҡ. Һәммәһе бер-ике йөҙ сорт, ти. Ғөмүмән, “Байрамғол” агрофирмаһы менән район ауыл хужалығы бүлегенә афарин – сәсеүлектәр шундай тәрбиәле һәм таҙа, бөтә баҫыуҙарыбыҙ ҙа ошолайға әйләнһә, беҙҙән дә бай кеше табылмаҫ, тип уйлап ҡуйылды. 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: