Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Август 2021, 14:40

Көндәр эҫе тора

Был аҙнала һауа температураһы +38 градусҡа тиклем күтәрелә.

Көндәр эҫе тора
Көндәр эҫе тора

Синоптиктар был аҙнала көндәрҙең үтә эҫе буласағы хаҡында иҫкәртә. Термометр бағаналары ҡайһы бер райондарҙа +38 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Республикала янғынға ҡаршы режим индерелгән, тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғырға рөхсәт ителмәй. 

Районыбыҙҙа ла әле бер, әле икенсе ауылда янғын сығыу осраҡтары теркәлә. Ут менән һаҡ булайыҡ, яҡташтар! 

Ауыл халҡы бесән эшләгән мәл. Роторлы сапҡыстарҙың янғын яғынан үтә лә хәүефле икәнлеген яҙғайныҡ инде. Һаҡ булығыҙ! 

Фото: "Бшинформ"

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: