Яйыҡ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Август 2021, 09:25

Август айына һынамыштар

Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр. - Августың дүртенсе көнөндә көн торошо нисек булһа, бөтөн ай шулай булыр. Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро киләсәк, дымлы булһа – ямғырлы көҙ көтөлә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.21 авгусҡа ҡарап ғинуарҙың холҡон фаразлап була.31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр. Августа торналар төркөм-төркөм булып йылы яҡҡа китһә, ҡыш иртә килер.

Август айына һынамыштар
Август айына һынамыштар

Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.

Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро киләсәк, дымлы булһа – ямғырлы көҙ көтөлә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
21 авгусҡа ҡарап ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

Августа торналар төркөм-төркөм булып йылы яҡҡа китһә, ҡыш иртә килер.

- Августың беренсе аҙнаһында тотороҡло көн торошо һаҡланһа, ҡыш оҙон һәм ҡарлы булыр.
- Август ямғырһыҙ килһә, йылы һәм ҡоро көҙгә.
- Йылы ямғырлы август – бәшмәк уңышына.
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: