Эйе, “Беҙҙең байрам” бейеүе учалылар өсөн ысын байрам, оло тантана-ҡаҙанышҡа әүерелде.
Быйыл “Байыҡ-2021” конкурсы онлайн форматта үтте. Учалы филармонияһының “Урал-Тау” балалар вокаль художество студияһы фәҡәт “Беҙҙең байрам” бейеүен тәҡдим иткән була. Һәм ошо әҫәр менән 3-15 йәшлек башҡарыусылар араһында иң яҡшылары булдылар - Гран-при яуланылар, 1 август Гала-концертта сығыш яһау хөрмәтенә лайыҡ булдылар. Етәкселәре – Фәнилә Ҡәбирова, Азат Буранбаев.
Шул уҡ конкурста ҡалабыҙҙың 7-се класс уҡыусыһы Айназ Аманов “Генерал Игзаков” бейеүен оҫта башҡарып, лауреат исемен яуланы. Етәксеһе – Азат Буранбаев.
Азат Афзал улы Буранбаев “Иң яҡшы йыл етәксеһе” тип тә танылды. Ғорурланабыҙ, барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!