Июль аҙағы яҡынлашыуға, боронғолар әйткәнсә, бесәнгә төшөр мәл етә.
Был ҡыҙыу мәлдә ауыл халҡы бесәнлектәрендә мәж килә.
Ҡотой ауылынан Жәүәт Янбаев Аҡбалсыҡ ерен бер итеп бесән эшләй.
- Ете баш һыйыр, алты баш башмаҡ, һарыҡтар бар. Үҙеңдең ит-майың булһа, бик шәп тә инде. Магазин әйберен ҡиммәт хаҡҡа алып ашап ултырғансы, үҙең етештергән аҙыҡ-түлеккә етәме ни? Кеше хәҙер мал көтөргә ул хәтлем атлығып бармай. Малдан яҙҙырмаһын инде, эшләгән бесәнде ашатырға яҙһын, тип йөрөлә. Балалар ярҙам итеп торалар, кейәүҙәрҙең техникаһы бар - КУН, тырма, сапҡыс. Техника керә алмағаан уындарҙы үҙем бензосапҡыс менән сабам. Емерелеп үҫмәһә лә үлән - йыйып алырлыҡ бесән бар, шөкөр, - ти Жәүәт ағай.
Рысай ауылынан Айнур Дауытов та йәйҙең аяҙ көнөн әрәм итмәй, мал аҙығы әҙерләүгә төшкән.
-Бесән наҡыҫыраҡ быйыл. Күләгәле, һаҙлы урында ғына үлән үҫкән. Ямғырҙҙан һуң ҡалҡа башланы, башлауын. Ярар әле былтырғы запас бар аҙыраҡ. Малы булмаған кешегә генә хөрриәт - һыйыр юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда. Бесәнде техника менән эшләйем, күпләп йылҡы аҫрайым, шуға күрә бесән күп кәрәк. Хәҙер кеше ҡул менән бесән эшләүҙе онотто бит ул - техникаң төҙөк, яғыулыҡ-майың етерлек, үҙең һау булһаң, шул еткән, - ти ул.
Тимур Әсләмов бесәнде салғы менән дә, трактор менән дә түгел, ә һуңғы ваҡытта "мода"ға инеп киткән газон сапҡыс менән саба. Мал күп булмағас, шул да етә, ти ул.
-Иртәнге сәғәт биштән тороп йөрөйбөҙ бесәнгә, эҫе төшмәҫ элек сабып, шунда уҡ тырматып, өйөп өлгөрөргә тырышабыҙ. Быйылғы һауа шарттары ауыл хеҙмәтсәнен ауыр хәлгә ҡуя. Бесәнде дымлыраҡ урында эҙләп эшләйбеҙ быйыл, - ти ул.
Әлеге ваҡытта ауыл хеҙмәтсәндәренең теләге бер - бесән тағы ла нығынып, күтәрелһен ине. Әле шыйығыраҡ шул, тип уфтаналар улар. Яуым-төшөм булһа, игене лә, бесәне лә булыр, Аллаһ бойорһа.