Яйыҡ
+30 °С
Облачно
On-line яңылыҡтар
3 Августа 2021, 05:50

Ғүмер

Көндәр үтә тик күҙ менән Ҡаш араһында, Ғүмер - гүйә сәскә, үҫкән Таш араһында. Йәшлек – ҡартлыҡ… Айырма күп Йәш араһында, Ағарғаны арта бара Сәс араһында. Ярай, ғүмер үтә әле Аш араһында, Соҡонорға сәбәбе бар Теш араһында. Үткән ғүмер тик өн менән Төш араһында, …Бына әле шиғыр яҙҙым Эш араһында. Фирүзә Абдуллина.

ҒүмерҒүмер
Ғүмер

Көндәр үтә тик күҙ менән

Ҡаш араһында,

Ғүмер - гүйә сәскә, үҫкән

Таш араһында.

Йәшлек – ҡартлыҡ…

Айырма күп

Йәш араһында,

Ағарғаны арта бара

Сәс араһында.

Ярай, ғүмер үтә әле

Аш араһында,

Соҡонорға сәбәбе бар

Теш араһында.

Үткән ғүмер тик өн менән

Төш араһында,

…Бына әле шиғыр яҙҙым

Эш араһында.

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас