Яйыҡ
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Август 2021, 09:20

Сейәнән бәлеш

Кәрәк буласаҡ: 2,5 стакан он, 250 мл кефир , 2 йомортҡа, 160 грамм шәкәр (күберәк булһа ла ярай), бер сәй ҡалағы тоҙ, 1,5 сәй ҡалағы сода, 1,5 стакан сейә, өс сәй ҡалағы көнбағыш майы.

Сейәнән бәлеш
Сейәнән бәлеш

Башта форманы духовкала 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып алабыҙ. Формаға майҙы ҡоябыҙ, ул ҡайнап сығырға тейеш. Шулай итһәк, форманан бәлеште ҡуптарып алыуы еңелерәк.

Айырым һауытта йомортҡаны, шәкәрҙе, тоҙҙо, кефирҙы төйөрө бөткәнсе туғыйбыҙ. Шунан он менән сода өҫтәп тағы ла бутайбыҙ.

Мейестән эҫе форманы сығарып, ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә төшөнән таҙартылған сейәләрҙе һалабыҙ, артабан ҡалған ҡамырҙы өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа 30 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.

Табынға бик тәмле бәлеш килеп сыға.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: