Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Август 2021, 09:10

Үткәнде кире ҡайтарып булмай шул...

Миңә инде ҡырҡ йәш. Ғаиләм дә, балаларым да, яратҡан кешем дә юҡ. Юҡ тип әйтеү ҙә яңылыш, бар инде ул...Егеттәр күп йөрөнө минең арттан. Әммә ахмаҡлығым арҡаһында етди мөнәсәбәттәргә барып етә алманыҡ. Мәхәббәтемде онота алмайым. Ә мин өҙөлөп һөйгән кеше мине яратмай, ҡуллана ғына. Аҡылым менән барыһын да аңлайым, әммә бер нимә эшләй алмайым.  

Үткәнде кире ҡайтарып булмай шул...
Үткәнде кире ҡайтарып булмай шул...

Миңә инде ҡырҡ йәш. Ғаиләм дә, балаларым да, яратҡан кешем дә юҡ. Юҡ тип әйтеү ҙә яңылыш, бар инде ул...
Егеттәр күп йөрөнө минең арттан. Әммә ахмаҡлығым арҡаһында етди мөнәсәбәттәргә барып етә алманыҡ. Мәхәббәтемде онота алмайым. Ә мин өҙөлөп һөйгән кеше мине яратмай, ҡуллана ғына. Аҡылым менән барыһын да аңлайым, әммә бер нимә эшләй алмайым.  


Был тарих былайыраҡ башланды. Эшкә урынашҡас, Ислам менән таныштым. Ҡыҙҙар уны үҙен генә яратыусы «фырт», тип атайҙар ине, ә миңә ул хыялымдағы принц кеүек тойолдо. Ә принцҡа ғашиҡ булыу бик тиҙ ул! Бәхетемә, ул да миңә иғтибар күрһәтә башланы. Бик әкрен генә башланды беҙҙең мөнәсәбәттәр. Тәүҙә кино-кафеларға йөрөнөк. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Һуңынан һөйәркәләргә әйләндек. Идеаль тормош өсөн никах уҡытып бергә йәшәй башлау ғына етмәй ине, әммә ул миңә тәҡдим яһарға йыйынманы. Үлеп ғашиҡ булған кешеңә бының өсөн үпкәләп булмай инде. Бына бөгөн, бына иртәгә тәҡдим яһар тип, сабыр ғына көттөм һәм уға көндән-көн ғашиҡ булдым. Беҙҙең хаҡта эштәгеләр ҙә белде, әммә быға артыҡ иғтибар бирмәнеләр. Шулай бер йыллап ваҡыт уҙҙы. Тәүәккәлләп тәҡдимде үҙем яһаным: «Ниңә айырым һуң беҙ һаман? Әйҙә, бергә йәшәйек», – тинем. Әммә ул төрлө сәбәптәр тапты. «Бергә йәшәй башлағас дәрт һүнәр, бындай тормош ҡыҙығыраҡ», – тине. 


Бер ваҡыт  бер хеҙмәттәшем Исламдың күрше бүлектә эшләүсе директор ҡыҙы тирәһендә бөтөрөлөүен сер итеп кенә әйтте. Ышанманым. Ислам мине алай итеп мыҫҡыл итәргә тиеш түгел ине. Ғәйбәт тип уйланым, шулай ҙа күңелгә ҡорт керҙе. Ислам менән директор ҡыҙы артынан әкрен генә күҙәтә башланым. Ысынлап та, Ислам бик йыш керә икән ул бүлеккә. Бер көндө кофе эсеп баҫып торғандарын күрҙем. Шик тыуҙы. Ә бер көндө эшем күп тип, миңә килеүҙән баш тартҡас, маңлайына бәреп шигемде әйттем. Ә ул аҡланып та торманы, хатта: «Бәлки өйләнешербеҙ ҙә», – тип әйтте. 
– Ә мин? – тинем йәштәремде йотоп.
–  Һинең менән күңелһеҙ. Бергә йәшәй алмаясаҡбыҙ, – тине ул. 


Хәлемде күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Юҡ, үләргә йыйынманым, әммә көслө депрессияға баттым. Көн һайын иланым, эшкә йөрөмәй башланым. Ун килограмға ябыҡтым. Дарыуҙар эсеп кенә хәл керҙе. Эштән киттем, сәсемде киҫтерҙем, гардеробты үҙгәрттем дә, Исламдан яҡшыраҡ егет табам тип, үҙемә һүҙ бирҙем. 
Рифат менән уртаҡ дуҫтарыбыҙҙың тыуған көнөндә таныштым. Ул минең ҡотҡарыусым булды. Ниһайәт йылмая башланым. Дөрөҫ, Рифатты Исламды яратҡан кеүек ярата алмаясағым көн кеүек асыҡ ине. Әммә ул үҙенең иғтибары, хәстәрлеге менән минең хөрмәтте яуланы. Ул миңә һәр ваҡыт ярҙам итәргә әҙер ине. Күҙҙәремә генә ҡарап торған Рифат менән хатта өйләнешеү тураһында һөйләшә башланыҡ. Бәлки, ғаилә ҡороп, матур ғына йәшәгән дә булыр инем, әммә көтмәгәндә Ислам шылтыратты. Аптырауымдан аңымды юя яҙҙым. Осрашыуға саҡырҙы. Мин, әлбиттә, ике лә уйламай икенсе көндө үк уның менән осрашыуға йүгерҙем. 


Ислам бик арыған, күңелһеҙ, әммә шундай уҡ сибәр ине. Өйләнгән, әммә ҡатыны менән мөнәсәбәттәре бик насар икән, эштә лә мәшәҡәттәр килеп сыҡҡан. Ҡатыны менән айырым йәшәй башлағандар. Ул миңә үҙенә күсеп килергә тәҡдим итте. Ниһайәт! Был һүҙҙәрҙе күпме көттөм! Ике лә уйламай ризалаштым. Шул кисте үк Рифат менән араны өҙҙөм. Ул ҡулдарымдан тотоп ниҙер һөйләй башлаған ине, әммә уны тыңлап та торманым. Икенсе көндө үк Ислам янына киттем. Дөрөҫөрәге, остом. Беҙ  уның менән нәҡ бер ай йәшәнек. Һуңынан Ислам ҡатыны янына ҡайтып китте. «Баланы етем итә алмайым», – тине.


Ҡабат яңғыҙым ҡалдым. Ҡабат дарыуҙар эстем. Яраларҙы төҙәткәндән һуң, Ислам теҙләнеп килһә лә, уның яғына боролоп та ҡарамайым тип, үҙемә һүҙ бирә-бирә, яңы танышыуҙар эҙләй башланым. Рифат янына ҡайтырға намыҫым етмәне. Баш эйеп тә йөрөгөм килмәне. Бик оят ине миңә. Ярты йылдан һуң Марат менән таныштым. Ул минән күпкә өлкәнерәк. Айырылған. Артыҡ сибәр түгел. «Ярай, – тип тынысландырҙым үҙемде. – Башҡалар ҡарамаҫ ». Марат янында үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башланым. Яратылып йәшәү рәхәт шул ул! Әммә ҡабат Ислам шылтыратты. Ул айырылған. Хәҙер уға бик ауыр булыуын әйтте. Ҡабат саҡырҙы. Һәм мин... уның янына ашыҡтым. Марат ҡалды...


Ҡабат бергә йәшәп ҡарарға булдыҡ. Ныҡлы ғаилә төҙөйәсәгебеҙгә шигем юҡ ине. Хаталанғанын аңлап, миңә ҡайтты тип уйланым. Бәхетле ваҡытта ваҡыт ағышы  һизелмәй бит ул.  Биш ай  әкиәттәге кеүек йәшәнем. Балаға уҙыу тураһында ла уйлана башланым. Йәш тә бара, яратҡан кешеңдән бала ла тапҡы килә шул. Әммә Исламдың башҡа уйҙары булған. Ул өйгә һуң ҡайта башланы. Шиктәремне күлдәгенә һеңгән ҡатын-ҡыҙ хушбуйы еҫе раҫланы. Был хаҡта өндәшмәй ҡала алманым. Әммә Ислам быға иғтибар ҙа бирмәне: «Муйынға аҫылыныусы ҡатындар күп булыр инде ул, ә минең берҙән-берем өйҙә», – тине ҡосаҡлап алып. Мин иренем.

Тағын бер айҙан күлдәгендә помада эҙен күргәс, тауыш ҡуптарҙым. Ә ул  айырылган ҡатынына кире ҡайтыуы тураһында хәбәр итеп, мине бөтөнләй аяҡтан йыҡты. Ҡабат ярыҡ тағараҡ алдында ултырып ҡалдым. Йәшлегем дә үтте, матурлығым да юғалды, сәләмәтлегем дә элеккесә түгел инде. Хәҙер яңғыҙым. Яңы танышыуҙарҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡам. Танышып, етди мөнәсәбәттәр ҡора башлармын да, ҡабат Ислам шылтыратыр, уға ҡаршы тора алмаҫмы тип ҡуркам. Аҡылым менән мине яратмауын да аңлайым. Ә мин яратам һәм үҙемде еңә алмайым. Кәңәш бирегеҙсе, ни эшләргә һуң?..

Бәхетһеҙ ҡатын.

 http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/nichek-onytyrga

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: