1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында ҙур техноген һәләкәт була. Фажиғә миллиондарса кешенең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы. Был һәләкәткә 36 йыл да булып китте.
Күренмәй торған үлем менән көрәшеүселәрҙең күбеһенең сәстәре ағарҙы, күптәре иҫән түгел. Шулай ҙа Чернобыль беҙҙең өсөн үткән хәл түгел. Был көн беҙҙең һәм беҙҙән һуң килгәндәр хәтерендә мәңгелеккә ҡурҡыныс дәрес һәм бөйөк батырлыҡ булараҡ һаҡланыр.
Был көн илебеҙҙең һәр тарафында билдәләнә. Беҙҙең Учалы ҡалаһында ла 26 апрель көнө 12.00 сәғәттә Дан аллеяһында митинг була.
Һүрәттә Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы учалылар, 2021 йыл. Фото район хакимиәте сайтынан алынды.