1 июндән Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға грант конкурсына документтар ҡабул ителә башлай.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда 690 мең һумлыҡ 25 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризалар 30 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурста халҡы 15 меңдән артмаған ауыл биләмәһенең дөйөм белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Бынан тыш, уларҙың йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа тейеш.
Быға тиклем ошондай грант алған уҡытыусылар конкурста ҡабаттан ҡатнаша алмай.
Документтар Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса ҡабул ителә.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында алырға мөмкин - https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/457272/
Фото: rb7.ru. Сығанаҡ - "Башинформ"