Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Ғинуар 2024, 16:05

Ҡышҡы Олотау турниры гөрләне

Ҡотой ауылындағы футбол турниры хаҡында республикала инде күптәр белә. Йыл һайын ҡышын һәм йәйен Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға Ҡотой ауылында йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар йыйыла. Бына Яңы йыл каникулдарында тағы Олотау аҫтындағы яланында инде дүртенсе тапҡыр мини футбол буйынса "Олотау турниры - 2024" исеме аҫтында ҙур масштаблы турнир үтте. Яңы йылдың өсөнсө генә көнө булыуына ҡарамаҫтан, турнирға спортты үҙ итеүселәр байтаҡ йыйылдылар.Уны Ҡотой ауылы егеттәре Илнур Солтанов, Булат Сафин, Азат Сафин, Ильяс Фәйзуллин, Таһир Мәхмүтов, Азалия Яхина, Линар Ғәлин ойошторҙо. Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да - беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, - тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороуға килтергән дә.

Ҡотой ауылындағы футбол турниры хаҡында республикала инде күптәр белә. Йыл һайын ҡышын һәм йәйен Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға Ҡотой ауылында йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар йыйыла. Бына Яңы йыл каникулдарында тағы Олотау аҫтындағы яланында инде дүртенсе тапҡыр мини футбол буйынса "Олотау турниры - 2024" исеме аҫтында ҙур масштаблы турнир үтте. Яңы йылдың өсөнсө генә көнө булыуына ҡарамаҫтан, турнирға спортты үҙ итеүселәр байтаҡ йыйылдылар.Уны Ҡотой ауылы егеттәре Илнур Солтанов, Булат Сафин, Азат Сафин, Ильяс Фәйзуллин, Таһир Мәхмүтов, Азалия Яхина, Линар Ғәлин ойошторҙо. Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да - беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, - тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороуға килтергән дә.

“Олотау йыйыны” һәм “Олотау турниры” - икеһе лә Ҡотой ауылында йыл һайын үтә торған футбол байрамы. Йыйын, ғәҙәттә, йәй көнө үткәрелә, ә турнир - ҡышын. “Олотау йыйыны”нда ҡала командалары ҡатнаша алмай, ә турнирҙа иһә ауыл, ҡала, профессиональ командалар үҙ ара көс һынаша ала. Мәғлүм булыуынса, быйыл «Олотау йыйыны» проекты «Рәсәй - футбол иле!» конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Рәсәй футбол союзы (РФС) президенты Александр Дюков әйтеүенсә, «Рәсәй - футбол иле!» бәйгеһенең өсөнсө миҙгеле бик күп яңы сағыу проекттарҙы асҡан. «Урындағы футбол башланғыстарын күрһәтеү бик мөһим, сөнки был кешеләрҙе төбәктәрҙә футбол башланғыстарын тормошҡа ашырыуға дәртләндерә», - тип билдәләгән ул. Һандарға килгәндә, ҡатнашыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән 943 ғариза бирелгән. Конкурста илдең 74 төбәгенән 462 үҙенсәлекле футбол проекты ҡатнашҡан. “Олотау йыйыны” турниры “Футболда иң дәррәү проект” (“Лучший массовый проект в футболе”) номинацияһында еңеү яуланы.  

Быйылғы ҡышҡы Олотау турнирында иһә Силәбе өлкәһенән, Башҡортостандан барлығы 16 команда ҡатнашты.

- Ҡышҡы турнир үтер алдынан майҙансыҡта биш көн дауамында эштәр гөрләне. Тракторҙар менән ҡар таҙартырға ауылдың ир уҙамандары Юлай Яхин, Ғәзиз Солтанбаев, Илдар Сафин, Венер Сәйфетдинов, Рәлиф Ғиләжев, Ғәлим Ҡотоев, Айрас Камалетдинов, Радик Хажиндар сыҡты. Турнирға килгән футболсыларҙы, көйәрмәндәрҙе йылы һәм тәмле аш-һыу менән ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һыйланы. Былау өсөн итте Венер Сәйфетдинов бирҙе, уны телде йоторлоҡ итеп Динар Сафин һәм Лилиә Сәфәрғәлина бешерҙеләр. Төҙөлөш-монтаж эштәрендә Ҡотой, Ҡолош һәм Ишмәкәй ауылдары халҡы ҡатнашты - Эдуард Сафин, Ильяс Фәйзуллин, Илнур Солтанов, Таһир Мәхмүтов, Юлай Яхин, Руслан Ғөбәйҙуллин, Илдар Сафин, Айрат Камалетдинов, Таһир Яхин, Зариф Сөләймәнов, Артур Баҡыев, Айгиз Сафиуллин, Айгиз Сафин, Венер Сәйфетдинов, Харрас Камалетдинов, Линар Ғәлин. 4 футбол ҡапҡаһын беҙгә чемпиондың атаһы, “Толпар” футбол клубы вәкиле Рамаҙан ағай Минасов бүләк итте. Тағы ике ҡапҡаны Уральскиҙан Илдус Кинйәбәев һәм Азамат Исҡужин ағайҙар алып килде. Ойоштороусыларҙан тыш, шулай уҡ матди ярҙамды Айнур Сәғитов, Минзәлә Шөғәйепова, Рөстәм Яхин, Илдар Хәйруллин, Таһир Ҡотоев, Руслан Ғөбәйҙуллин, Азалина Сафиналар күрһәтте. Балаларҙы ат егеп санала Тимур Битҡолов йөрөттө, ул Ҡыш бабай булып та кейенгән ине. Турнирҙа шулай уҡ ҡаргиҙәрҙә шыуыу ойошторолдо, уны Артур Баҡыев ойошторҙо. Ярҙам ҡулы һуҙған һәр бер кешегә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип бәйән иттеләр турнирҙы ойоштороусылар.

Ярыш флагын былтырғы ҡышҡы турнир еңеүселәре Учалы ҡалаһынан “Газовик” командаһы күтәрҙе. Турнир өс уйын майҙанында барҙы. Командалар араһында унышар минут дауамында икешәр тайм көсөргәнешле алыш барҙы.

- Олотау турниры тураһында интернет селтәренән белеп ҡалдыҡ та, ҡатнашырға булдыҡ, - ти Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Күҙәш ауылынан беренсе тапҡыр турнирға килгән спортсылар. -Бик матур сара ойошторған егеттәр. Яңы дуҫтар табып, аралашып, рәхәтләнеп уйнаныҡ. Аллаһ бирһә, артабан да ҙур теләк менән киләсәкбеҙ.

Командалар уйынын ситтән күҙәткән көйәрмәндәр төрлө дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне.

Футбол матчтарынан һуң, саналарҙа ат сабышы уҙҙы. Беренсе урынды Венер Сәйфетдинов алды, икенсе урынға Тимур Битҡолов сыҡты. Олотау турнирында лотерея оттороу ҙа ойошторолдо. Бүләктәр ҡиммәтле һәм күп төрлө ине. Төп бүләк - тере ҡуян Венер Сәйфитдиновҡа эләкте.

Жюри ағзалары ярыш барышын ғәҙел баһаланы. Быйыл Магнитогорск ҡалаһынан металлургия комбинатының “ЦРМО-9” командаһы спортсыларына етеүсе булманы. Бүләк тә елле ине - еңеүсе командаға төньяҡ боланы инселәнгәйне. Ул Ханты-Мансы округынан килтерелгән. Әйткәндәй, йәйен “Олотау йыйыны”ндағы төп призды - башҡорт тоҡомло атты Әбйәлил районы Асҡар командаһы алып ҡайтҡандар ине. Был юлы “ЦРМО-9” командаһын алып килгән Асҡар командаһы капитаны Арсен Сәитғәлиндән Олотау ҡушаматлы аттың яҙмышы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡтиһәң, команда егеттәренең береһе аттар тота, шул өйөргә ҡушып ебәргәндәр икән. “Аллаһ бойорһа, ҡолонсаҡтарҙы киләсәктә команда егеттәренә инселәп ҡуйғанбыҙ”, - тине ул.

Турнирҙың көмөш призерҙары - Арғаяш районы Күҙәш ауылы командаһы футболсылары. Бронза миҙалды Әбйәлил районынан килгән ҡунаҡтар алды. Уҙған йыл чемпион булған “Газовик” командаһы дүртенсе урынға сыҡты. Иң яҡшы һөжүмсе һәм яҡлаусылар ҙа айырым грамоталар, миҙалдар, кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды. Ҡотлайбыҙ, афарин!

- Олотау турнирында ҡатнашырға форсат тейҙе. Бындағы спорт ярыштары, Ҡотой хужабикәләре әҙерләгән телеңде йоторлоҡ аш-һыу айырым маҡтауға лайыҡ. Ә халҡы! Тап улар байрам кәйефен тыуҙырыусылар. Тап улар башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын күрһәтеүселәр. Аллаһ бойорһа, киләһе йылға ла килергә иҫәп. Рәхмәт, ҡотойҙар! - тип тәҫьораттары менән бүлеште еңеүселәр.

- Турнир бер тынала, берҙәм һәм ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеп китте, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек рухы менән һуғарылды. Ярышты үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине ойоштороусылар.

“Олотау турниры” ауылда йәштәр юҡ, йәшәйеш һүнеп бара, тип зарланғандарға лайыҡлы яуап ул, тәүге сиратта. Күкрәгендә рухлы һәм сәмле йөрәк типкән милләттәштәребеҙ ата-бабаларҙың шанлы тарихын дауам итә, халҡыбыҙҙың данын яҡлай, рухын һаҡлай - һоҡланмайса сара юҡ.

Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас