Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 16:15

Милләт ҡото - күркәм йолаларҙа

Бура бурау тәртибе, халыҡ сәнғәте, дауалау традициялары, хужалыҡ итеү, бала тәрбиәләү ысулдары, шулай уҡ айырым ырыу именлеген һаҡлау ҡағиҙәләре, тәбиғәтте олоҡлау - барыһы ла «йола» тип атала. Йола - тәртип, гармония тыуҙырыу шартын то­тоусы сара булараҡ, кешеләр мөнәсәбәтен яйлауға ла ҡоролған иң боронғо мәктәп

Бура бурау тәртибе, халыҡ сәнғәте, дауалау традициялары, хужалыҡ итеү, бала тәрбиәләү ысулдары, шулай уҡ айырым ырыу именлеген һаҡлау ҡағиҙәләре, тәбиғәтте олоҡлау - барыһы ла «йола» тип атала. Йола - тәртип, гармония тыуҙырыу шартын то­тоусы сара булараҡ, кешеләр мөнәсәбәтен яйлауға ла ҡоролған иң боронғо мәктәп. Шуға туғанлыҡ, мөхәббәт таяныстарын нығытыу, өлкәндәр менән йәштәр, ҡатын менән ир араһын яйлау ҙа - йола. Ҡошто - оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәр­ә, күркәм йолаларыбыҙҙың ҡайһы берҙәре юғалып онотола бара. Шулай ҙа “Ҡарға бутҡаһы”, “Һуғым ашы”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һалдат оҙатыу”, “Килен төшөрөү”, “Исем ҡуштырыу”, “Кәкүк сәйе” йолалары иғтибар үҙәгендә ҡала барыуы - шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. Бөгөнгө “Шәмбе бите” онотола барған күркәм йолаларыбыҙ тураһында.

Йортҡа ҡот ҡойоу

Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар. Өҫтәл өҫтөнә матур ғына тәрилкәгә йә һауытҡа һыу һалалар. «Фатиха», «Нәс», «Фәләҡ» сүрәләрен уҡып, ҡот ҡойоусы әбей ниәт әйтә: «Аллам, һинең ризалығыңдан был йортҡа ҡот ҡоям. Ризалығың, шәфҡәтең, бойороғоң менән минең эшем уң булһын!»

Өҫтәл тирәләй хужалар ултыра. Әбей, ҡурғашты ҡалаҡҡа һалып, утта иретеп тора, һамаҡлай:
- Ҡайт, ҡотом, ҡайт!

Фәлән йорттоң ҡото киткән,

Ҡот саҡырам, ҡот кәрәк!

- Ҡайт, ҡотом,

Ҡорайт, ҡотом!

Елдән китһәң - елдән ҡайт!

Һыуҙан китһәң - һыуҙан ҡайт!

Уттан китһәң - уттан ҡайт!

Ситтән китһәң - кире ҡайт!

Тел-теш үтһә,

Кире ҡайт!

Ҡайт, ҡотом, ҡайт!

Ҡорайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!

Ишектән дә ин,

Тишектән дә ин,

Мөрйәнән дә ин,

Тәҙрәнән дә ин!

Ҡайт, ҡотом, ҡайт! - тип әйткәс, ҡурғашты (балауыҙ булыуы ла мөмкин) һыуға һалып ебәрә. Шыж-ж-ж итеп ҡалғандан һуң һыуҙа бер һын хасил була: эт, бесәй, кеше һ.б. Артабан шулай матур ғына, йомро ғына булып төшкәнсе, ҡотто саҡырып, өс тапҡыр ҡурғаш ҡоялар. Төшмәһә, өс көндән тағы ҡабат­лайҙар. Йомро йәки йөрәк рәүе­шендә төшкән ташты өй диуарына, ҡибла яғына эләләр.

Кис ултырыу - үҙе бер ғүмер

Ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырыуҙы донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арыныр өсөн, эштәрен бөтөп көҙгө һалҡын һәм ҡышҡы кистәрҙә ойошторғандар. 

Рысай ауылында йәшәүсе Әлфиә Сәғитова бәйән итте.

- Элек-электән ауылдарҙа кис ултырыу йолаһы була торғайны. Ғәҙәттә, кис ултырыуға көндәр ҡыҫҡарып, төндәр оҙонайғас йөрөр инек. Һәр кем үҙ ҡул эштәре, бешкән ризығы менән йыйылыр ине. Ауылдың уңған хужабикәләре бәйләм бәйләп, ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында һөйләшеп, кәңәштәр биреп, төрлө ризыҡ рецепты менән бүлешеп, йәшлек йылдары хәтирәләре менән уртаҡлаша торған инек. Кемдәрҙер йөн иләү, сиратыу, аяҡлау менән дә булышыр ине. 

«Аулаҡ өй»

Күркәм йолаларҙың береһе - “Аулаҡ өй”. Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә ауылдарҙа башҡорт йәштәре йыйылмаған аулаҡ өй юҡ ине әле. Беҙҙең өләсәй-олатайҙарыбыҙ ҙа йәш саҡтарында аулаҡ өй ойошторған. Өлкәндәр ҡунаҡҡа киткәс, йортта хужа булып ҡалған ҡыҙҙар дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырған. Ундай ултырыуҙар бик күңелле үткән - бөтәһе лә шаярышып, көлөшөп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асҡан. Ҡайһы бер ваҡытта аулаҡ өйгә уйынға егеттәр ҙә килгән. Хатта ҡайһы берәүҙәр танышып, үҙ яртыһын да тапҡан. Ҡыҙҙар иһә уңғанлығын, оҫталығын күрһәткән, башҡаларҙан төрлө ҡул эштәренә өйрәнгән. Башҡорт телендә «аулаҡ» һүҙе «кеше-ҡара булмаған тыныс урын» тигәнде аңлата. Халыҡ телендә йыш ҡына «Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа» тигән әйтемде ишетергә мөмкин. Борон ваҡыттарҙан уҡ төрлө халыҡтар ҡарашынан тыныс, аулаҡ урындар шомло булған, шуға ла өлкәндәр ҡайҙалыр китһә, хужалыҡтарына һәм балаларына күҙ-ҡолаҡ булып торорға күршеләрен йәки таныштарын ҡалдырған. «Аулаҡ өй» йолаһының асылы ла тап шуға ҡайтып ҡалалыр, моғайын. Аулаҡ өй йыш ҡына көҙгө йәки ҡышҡы осорҙа үткәрелгән. Йолаға ярашлы, өйҙә үҙе генә ҡалған йәш хужабикә әхирәттәрен саҡырған. Ҡайһы берҙә аулаҡ яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда ойошторолған. Тәүҙәрәк унда14-18 йәшлек, һирәкләп кенә 12-13 йәшлек ҡыҙҙар йыйылған. Һуңыраҡ егеттәрҙе лә саҡыра башлағандар. Ҡыҙҙар, һәр кем үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлекте йыйып, ҡоймаҡ, бутҡа, бәлеш һәм башҡа ризыҡтар бешергән, егеттәр күстәнәс килтергән. Йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен күрһәтергә мөмкинлек биргән уйындар ойошторолған: «Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» һәм башҡалар. Уларҙы уйнағанда мәрәкә язалар бирелгән: йырларға, бейергә, берәй йәнлек йәки ҡош булып ҡыланырға, мейес аҡларға, һарайҙағы малды һанарға, һыуға барырға тәҡдим ителгән. Яңғыҙ һәм парлап бейешкәндәр, йырлашҡандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр. Егеттәр гармун, ҡурай уйнаған, ә ҡыҙҙар думбыра,ҡумыҙ сирткән. Кис һуңлатып ҡына өйҙәренә таралышҡандар. Ғәҙәттә, ундай аулаҡ өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында барған.

Дәрт күтәреү йолаһы

Ике йәш йөрәк, бер-береһенең һөйөүе ныҡ булһын өсөн, һандуғас ултырған ботаҡты һелкенгән мәлендә үк алмаш-тилмәш үбеп, яурын-арҡаларына бәреп ала.
Ирле-ҡатынлы икәүҙең донъяһы буталып, сыуалышып китһә, ауылдан ете әбей йыйылышып, «дәрт әйтеү» йолаһын үтәй. Береһенең йортонда йыйылып, унан урам буйлап көйләңкерәп «Лә илаһи иллә Алла»ны әйтеп баралар. Ғаилә йәшәгән йорт тирәһендә туҡталып, доғаны ҡабатлайҙар. Ихатаға инер алдынан, ҡапҡаны ете рәт «Фатиха» сүрәһе уҡылған һыу менән өшкөрәләр, ергә һибәләр. Ихатаға ингәс, барыһы ла һеүләй башлай:
Һеү-һеү, Алла!

Һеү-һеү, Алла!

Бойороғоң һинең, Алла,

Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Ҡайҙан килгән –

Шунда китһен!

Яман күҙҙән,

Яман һүҙҙән!

Һеү-һеү, Аллаһ,

Һүҙҙән килһә –

Һүҙҙән китһен,

Һеү-һеү Аллаһ!

Һеү-һеү Аллаһ!

Нимә булды һиңә, бала?

Килен бала, кейәү бала?

Киленгә ҡарап:

Сәйең мәтрүшкә булдымы?

Яһау көрөшкә булдымы?

Түшәгеңде ҡаҡманыңмы?

Яҡын-йылы ятманыңмы?

Көтөүгә ҡаршы сыҡманыңмы?

Һыйырың әллә ҡайтманымы?

Һеү-һеү, Алла!

Һеү-һеү, Алла!

Кейәүгә ҡарап:

Нимә булды, кейәү бала?

Утыныңды ярманыңмы?

Алдыңа өлөш һалманымы?

Төрлө сәбәптәрҙе көйләп һанап, энәһенән ебенә тиклем барлап, ирле-ҡатынлы икәүҙе «ете иләктән» үткәрәләр. Тыңлай торғас, теге икәү, ул тиклем шау-шыу, низағ күтәрер сәбәп булмағанын аңлап, бер-береһенә ҡарап көлөшә башлай. Шулай ярашалар. Ошонан һуң яңынан бата уҡып, йәштәргә, йортҡа аят бағышлана. Ирле-бисәле икәү, ете әбейгә сәй эсереп, саҙаҡа-хәйер биреп, хөрмәт күрһәтеп оҙата, үҙҙәре матур итеп йәшәп алып китә. Ошо йола «дәрт күтәреү» йәки «дәрт әйтеү» тип аталған.

Күрше баҡсаһы - һөйөү асҡысы

Ирле-бисәле икәүҙең араһы һыуынһа, ауылдағы бер йә ете өй аша (йә иһә эргәләш күршеһе) күрше баҡсаһына инеп, төн йоҡлап сығалар. Шунан аралары рәтләнә. Күрше йорто һыу ағымына ҡаршы барышлай булырға тейеш.

Ҡар һыуына барыу

Ҡар һыуына барыу йолаһы - башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп- сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған.Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә. Әйткәндәй уҙған йылда Баттал ауылы клубында «Ҡар һыуына барыу» йолаһы үтте. Уны мауыҡтырғыс һәм күңелле итеп Баттал мәҙәниәт йорто мөдире Идиә Ғәлимова ойошторғайны. 

Вилиә ЯНБАЕВА әҙерләне.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас