Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 16:10

Районыбыҙҙа ике яңы ФАП асылды

Ауыл кешеһенең көндәлек мәшәҡәттәре һанап бөткөһөҙ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй. Бер нәмәгә лә зарланмайҙар, сөнки ваҡыттары юҡ. Ошо арҡала ҡайһы ваҡыт һаулыҡтарына ла ихтибар бирмәй китәләр. Ни өсөн тигәндә, ҡалаға дауаханаға барып оҙайлы сираттарҙа тору нәғез үҙәктәренә үткән. Улар түгел, беҙ ҙә биҙрәп бөткәнбеҙ табип ишеге төбөн һаҡлауҙарҙы. Шуға ла ауыл халҡы сирләп китһә, иң тәүҙә үҙҙәрендәге фельдшер акушер пунктына мөрәжәғәт итә. Көтөлмәгән төрлө хәлдәр, ҡапыл сирләп киткән осраҡтарҙа тап ауыл фельдшерынан медицина ярҙамы алалар. ФАП-тарҙың мөһимлеге бөгөнгө көндә бик сикһеҙ.

Ауыл кешеһенең көндәлек мәшәҡәттәре һанап бөткөһөҙ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй. Бер нәмәгә лә зарланмайҙар, сөнки ваҡыттары юҡ. Ошо арҡала ҡайһы ваҡыт һаулыҡтарына ла ихтибар бирмәй китәләр. Ни өсөн тигәндә, ҡалаға дауаханаға барып оҙайлы сираттарҙа тору нәғез үҙәктәренә үткән. Улар түгел, беҙ ҙә биҙрәп бөткәнбеҙ табип ишеге төбөн һаҡлауҙарҙы. Шуға ла ауыл халҡы сирләп китһә, иң тәүҙә үҙҙәрендәге фельдшер акушер пунктына мөрәжәғәт итә. Көтөлмәгән төрлө хәлдәр, ҡапыл сирләп киткән осраҡтарҙа тап ауыл фельдшерынан медицина ярҙамы алалар. ФАП-тарҙың мөһимлеге бөгөнгө көндә бик сикһеҙ.

Дүрт йыл элек  республика башлығы Радий Хәбировтың: “Ауылда йәшәгән кеше генә фельдшер-акушерлыҡ пунктының әһәмиәтен аңлайҙыр. Был медицина ғына түгел, ә һәр ауылдың тормош үҙәге. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, оҙаҡ йылдар ауыл медицинаһына тейешле иғтибар бүлмәнек. Бынан тыш оптимизация сиктәрендә булғандарын да “турап” бөттөк. Әлеге көндә республикала 2098 ФАП иҫәпләнә, уларҙың 60 процентын ремонтларға кәрәк. 2024 йылға тиклем иҫкергән һәм эштән сыҡҡан бөтә ФАП-тарҙы алмаштырырға тигән ҡарарға килдек. Ә республикала уларҙың һаны 406. Тимәк, йыл һайын 100-ҙән кәмерәк төҙөмәҫкә”, - тип әйткәне хәтерҙә уйылып ҡалған.

Әйткәнен, эшләне бит, афарин! Республикала ысынлап та һуңғы арала бик күп ФАП-тар һәм табип амбулаториялары төҙөлдө. Учалы районындағы был күренеште “ФАП-тар ямғыры” тип икеләнмәйенсә әйтергә була. Төбәгебеҙҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәү звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән  «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Яңы төҙөлгән ФАП-тар буйынса районыбыҙ республикала алдынғылар рәтенә сыҡты. 2017 йылдан алып ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, төбәгебеҙҙә ошондай 17 медицина учреждениеһы төҙөлдө. Уҙған аҙнала районыбыҙҙың бер юлы ике ауылында - Ҡунаҡбайҙа һәм Мәҫкәүҙә өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Хәтерегеҙҙә булһа, тәүге фельдшер-акушер пункты Рафиҡ ауылында сафҡа индерелде. Ғөмүмән, рафиҡтарҙың аяҡ арты еңел булып сыҡты, улар артынса, 2019 йылда - Һәйтәктә, 2020 йылда – Ҡобағошта, Наурыҙҙа, Ғәлиәхмәрҙә, Ҡоҙашта, Ҡалҡанда, Вознесенкала, Илтабанда модулле ФАП-тар төҙөлдө. 2021 йылда Оҙонгүл, Юлдаш, Өргөн, Илсе ауылдарында, 2022 йылда Кирәбе ауылында һәм Рудникта яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары үҙ ишектәрен асты. Рудник ҡасабаһындағыһын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының бағыусылыҡ ярҙамы менән асылыуын билдәләп үтергә кәрәк.

Ҡунаҡбай, Мәҫкәү ауылдарында модулле ФАП-тарҙы асыу тантаналы шарттарҙа үтте, халыҡ та күп килгәйне. Уларҙың ҡыуанысын Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Эльдар Ҡолғолдин уртаҡлашты. Ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр хөрмәтләп ҡаршы алдылар, шиғыр юлдарына һалып изге теләктәрен юлланылар.     

Ҡунаҡбай ауылындағы яңы медицина учреждениеһы 789 кешене, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерәсәк. Көбәк ауылында йәшәүселәр ҙә Ҡунаҡбайға беркетелгән. Көбәк ауылында 12 кеше йәшәй, ике бала, ике пенсионер һәм ҡалғандары эшкә яраҡлы кешеләр.  Пациенттарҙың сәләмәтлек һағында юғары квалификациялы белгестәр, фельдшер Гөлсинә Әхмәтйәнова һәм шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлина тора.

Гөлсинә Миңғәли ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 1993 йылда килә. Белорет медицина училищеһын тамамлаған белгес тыуған ауылына эшкә ҡайта һәм 30 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәй.

- Ҡунаҡбай ауылы үҫә, ҡалаға яҡын булғас, йәштәр күпләп күсеп килә, яңы биҫтәләр төҙөлә. Бөгөн меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәбеҙ, шул иҫәптән Күбәк ауылын да. Бер йәшкә тиклем 12 сабыйыбыҙ бар, әсәй булырға йыйынған ҡатындарыбыҙ – 5. Әлегә тиклем ҡабул иткән бинабыҙ бүрәнәнән һалынған, иҫке, һыуыҡ ине. Ҡышын бинаның эсендә ноль градусҡа тиклем төшкәне лә булды. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрәһәтеү өсөн уңайлыҡтар булманы. Заманса модулле ФАП-тың асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк. Кешеләрҙе заманса, йылы, барлыҡ уңайлы шарттары булған медицина учреждениеһында ҡабул итәсәкбеҙ. Шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлина минең уң ҡулым, тәжрибәле хеҙмтәкәр, 26 йыллыҡ эш стажына эйә. ФАП-тан кеше бер ваҡытта ла өҙөлмәй, ҡышҡыһын көнөнә 20-шәр кеше ҡабул итәбеҙ. Көбәк ауылы халҡын барып ҡабул итәбеҙ, юлдары төшһә үҙҙәре киләләр, автобус йөрөп тора, - ти фельдшер.

Ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри бурыстары айырыуса күп: прививка яһау, укол һалыу, иҫәптә торған хроник сирлеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, яңы тыуған сабыйҙар, буласаҡ әсәләр һәм балалар менән эшләү һәм башҡа бик күп профилактик эштәр. Халыҡ беренсе медицина ярҙамы алыу өсөн дә мөрәжәғәт итә. Көтөлмәгән төрлө хәлдәр, ҡапыл сирләп киткән осраҡтарҙа тап ауыл фельдшерынан медицина ярҙамы, белем, тәжрибә, яуаплылыҡ, йыйнаҡлыҡ талап ителә. Был йәһәттән Гөлсинә Әхмәтйәнованың  тәжрибәһе етерлек.

-Халыҡҡа нигеҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы кеүек хроник сирҙәр хас, ололар быуын ауырыуы менән яфалана. Ҡала алыҫ булмаһа ла, ололарға йөрөүе ауырлыҡ тыуҙыра, шуға ла улар нигеҙҙә ФАП-ҡа киләләр, - ти фельдшер эшмәкәрлеге менән таныштырып.

Яңы медицина үҙәктәре заманса талаптарға яуап бирә, иркен һәм яҡты бүлмәләр, табип кабинеты, ҡаралыу бүлмәһе, ҡорамалдар, санузел һәм дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе менән йыһазландырылған. Дарыуҙар һәм вакциналар өсөн һыуытҡыстар бар.

-Элекке бинаның һыуыҡ булыуы арҡаһында, унда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре, халыҡтың мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенә яңы ФАП-кәрәклеге тураһында һорау күтәрелде, улар үҙ сиратында һаулыҡ һаҡлау министрлығына заявка ебәрҙеләр. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманылар, 2023 йылда Ҡунаҡбайҙа яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәге хәл ителде. Төҙөлөш эштәре “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә “Ырымбур профметалл” подряд ойошмаһы тарафынан башҡарылды, - ти Ҡунаҡбай ауыл хакимимәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.

Шатлыҡлы ваҡиғанан Ҡунаҡбай ауылының элекке фельдшеры Рәйсә Төхвәтуллина ла ситтә ҡалмаған. Рәйсә Аҫылгәрәй ҡыҙы сығышы менән Иглин районынан. Белорет медучилищеһын тамамлаған ҡыҙ Ҡунаҡбай ауылына килен булып төшә һәм 1966 йылдан фельдшер булып эшләй башлай. 1998 йылда хаҡлы ялға сыға.

-Мин табиптар династияһынан, атайымды һуғыш башланғандың беренсе көнөнән медик итеп фронтҡа алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ошо китеүенән кире әйләнеп ҡайтмай, дүрт баланы аяҡҡа баҫтырыуы әсәйемә ауырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, тормош һынауҙарына бирешмәй кеше булдыҡ барыбыҙ ҙа. Яҡындарым араһында медиктар бик күп, ейәнсәрем табип булып эшләй. Яңы ФАП-тың асылыуына бик шатмын, хәҙер олоғайғас ФАП юлын йыш тапарға тура килә, элеккеһендә һыуыҡ, түҙеп ултырғыһыҙ була торғайны, - ти ханым.

Мәҫкәүҙәр ҙә ФАП асылыуын күптән түҙемһеҙлек менән көтә ине, ниһайәт, бөгөн уларҙың да хыялы тормошҡа ашты. Яңы бинаны ауыл халҡы ғына түгел, ә 37 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Гөлдәр Шакирова ла түҙемһеҙлек менән көттө. Билдәләп үтеүемсә, ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, табип та, хирург та булырға тура килә. Гөлдәр Наил ҡыҙы нәҡ ошо сифаттарға эйә булған үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ауылдаштарынан фельдшер тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеттек бөгөн.

Гөлдәр Наил ҡыҙы бәләкәйҙән үк тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Шуға ла был изге һөнәрҙе һайлағанға бер ҙә үкенмәй. Белгес Белорет медицина училищеһын тамамлап Ғәҙелша ауылы егете менән яҙмышын бәйләй. 1987 йылда Мәҫкәү фельдшер пунктына эшкә урынлаша, ғаиләһе менән ауылда төпләнәләр.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына 313 кеше, шул иҫәптән 45 бала беркетелгән, шулай уҡ күрше Мишкә ауылы халҡы ла медицина ярҙамы аласаҡ. Яңы тыуған сабыйҙар - 1, йөклө ҡатындар юҡ. Халыҡты фельдшер бер үҙе хеҙмәтләндерә.

-Элекке ФАП-ыбыҙ 1954 йылда төҙөлгән ине. Һыуыҡ булды, мейес менән йылытылды. Утын менән бинаны йылытыуы ыҙа була торғайны. Модулле ФАП яңы, заманса итеп төҙөлгән, пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, иң мөһиме йылы, һыуы эстә, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлдәр Наил ҡыҙы.

 

Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән һәр кем менән ханым уртаҡ телде тиҙ таба. Ауыл кешеһе диабет менән ауырыһа ла, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына сүп керһә лә, дарыу кәрәк булһа ла, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бында йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, кәңәштәрен бирә.

-Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ, үҙе лә, ғаиләһе лә шәп, күптәргә өлгө улар. Бөгөн беҙ шатлыҡлы ваҡиға кисерәбеҙ, яңы ФАП асылды. Ғөмүмән, беҙҙең ауылыбыҙға, ниһайәт, цивилизация килеп етте. Кәрәҙле элемтә бәйләнеше өсөн вышка ҡуйылды, ауылыбыҙға газ торбалары һалынды, - тиҙәр мәҫкәүҙәр.

Мәҫкәү ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәләмләп ҡаршы алдылар. Мәүжиҙә Ғайсина ауылдаштарының теләктәрен шиғыр юлдарына һалып уҡып ишеттерҙе.

Үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Эльдар Ҡолғолдин да халыҡтың ҡыуанысын уратҡлашты.

-Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән, төпкөлдә, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн. Районыбыҙҙа модулле ФАП-тар төҙөү артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ. Ауырымағыҙ, ФАП-ҡа профилактика өсөн генә килергә яҙһын барығыҙға ла, - тине ул.

Әйткәндәй, Гөлдәр Наил ҡыҙы менән уның тормош иптәше Ансар Кәүсәр улы Шакировтарҙың яңы ФАП-ҡа инселәп ҡорбан ашы үткәреүҙәрен хәбәр иттеләр. Уларға һаулыҡ, эшәтрендә уңыштар теләйбеҙ. ФАП халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас