Беҙ дәһшәтле һуғыш, тыл геройҙары яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге өлгөһөндә тыуып үҫкән, тәрбиәләнгән быуын. Һәр замандың - үҙ йыры, һәр быуындың - үҙ батыры. Әлеге мәлдә геройҙарҙы ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала. Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Быуындар алмашынһа ла, беҙҙә батырҙар нәҫеле, тыуған илен һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер илһөйәрҙәр кәмемәгән әле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яраланып, аяҡһыҙ ҡайтып та, әлеге мәлдә яңынан махсус хәрби операцияға юлланған яҡташыбыҙ Урал Айнур улы Ибәтуллин - шундайҙар рәтенән.
Урал 1999 йылдың 17 сентябрендә Ҡалҡан ауылында Гөлнара һәм Айнур Ибәтуллиндарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Бала саҡтан теремек, эшкә талымһыҙ, уҡыуға шәп булып үҫә ул.
- Улыбыҙ мәктәптә уҡығанында башҡорт теленән һәм тарих дәрестәренән бихисап олимпиадалар призеры булды. “Урал батыр” эпосын яттан белде. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск тау-техник университетына уҡырға керҙе. “Тау эше” факультетының дүртенсе курсында белем алған сағында, Тыуған илгә яу килгәндә тыныс ҡына ятып ҡала алмайым тип, хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе, - тип һөйләй Уралдың әсәһе Гөлнара Фәнил ҡыҙы.
2022 йылдың октябрендә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Контрактты “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы менән төҙөй. “Лифин” позывнойы аҫтында хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 8 февралендә Урал Ибәтуллин үҙ төркөмө менән бүлексә урынлашҡан территорияны ҡарағанда минаға юлығып, аяғын юғалта. Яраланғандан һуң Луганск клиник дауаханаһына, һуңынан самолетта Анапаға хәрби госпиталгә алып киләләр.
Анапала госпиталдә ятҡанда уның менән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды координаторҙары бәйләнешкә сыға. Махсус хәрби операция ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр. Шулай уҡ уға инвалидлыҡ буйынса түләүҙәр алыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүгә ярҙам итеп аяҡ протезын һатып алалар. Протез ярҙамында Урал яңынан йөрөргә өйрәнә.
- Күптәр протезға тиҙ генә өйрәнеп китә алмай, Урал иһә беренсе көндәрҙән үк атлап китте. Атлап китеү генә түгел, йәйен бесәнен дә эшләне, утын да әҙерләне, трактор ҙа йөрөтә, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәй, - тип ғорурлана улы менән әсәһе.
Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһенән ауыр тән йәрәхәттәре алып ҡайтҡан яугирҙарға “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды аша функциональ һәм юғары технологиялы техник реабилитация сараларын алыу мөмкинлеге бар. Бушлай техник средстволар алыу өсөн инвалидлыҡты рәсмиләштереү зарур.
Урал уҙған йылда Республика клиник психотерапия үҙәгендә һаулығын тергеҙә. Психотерапия үҙәгенә йоҡлай алмау сәбәпле эләгә. Өҫтәүенә яугирҙе төндә ҡурҡыныс төштәр ҡаҡшата. Клиникала ул медикаментоз һәм психологик дауалау үтә.
2025 йылдың февраль айында, инвалид булыуына ҡарамаҫтан, Урал яңынан махсус хәрби операция зонаһына юлланды.
- Әлбиттә,әсәйем һәм туғандарым бындай аҙымға яңынан барыуыма ҡырҡа ҡаршы ине. Һуңынан туҡтатыуҙың файҙаһы юҡ икәнен аңланылар. Илде һаҡлау - һәр ир-егеттең төп бурысы тигән фекерҙә мин. Минең унда хеҙмәттәштәрем, дуҫтарым, яҡындарым ҡалды, нисек итеп бында түҙеп ятайым? - тип ҡыҫҡа ғына итеп аңлата ул үҙенең ҡарарын. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-егеттәрсә.
Үҙенең батырлығы һәм антҡа тоғро хәрби хеҙмәте өсөн Урал Ибәтуллин "Бахмутская мясорубка", “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Яу яланында нығынып, олпатланған яугиргә ошо ваҡыт эсендә күпме юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар үтергә тура килгән. Уның күңел яраларын тик яҡындары һәм тыныс тормош ҡына дауалай алыр. Бында уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен әсәһе, туғандары, дуҫтары түҙемһеҙлек менән тилмереп көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай. Ватаныбыҙ һәр дәүерҙәрҙә тап ошондай көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна. Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, Урал!
Улы артынан МХО-ға юллана
...Урал улы яу яланында йөрөгәндә атаһы Айнур Айрат улы ла түҙеп ята алмай, контракт төҙөй. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға эләгергә теләй, әммә һаулыҡ менән бәйле проблемалар арҡаһында уны унда алмайҙар. Шулай ҙа 2023 йылдың ғинуарында генерал Миңлеғәле Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операцияға китә. Мотоуҡсылар батальонының өлкән уҡсыһы вазифаһында хеҙмәт итә.
Шул уҡ йылдың йәй башында яраланып, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайта. Дауаланғас, яңынан хәрби сафҡа баҫа. Һуңғы тапҡыр ул 3 август көнө - кесе улы Айбулаттың тыуған көнөндә шылтырата. Шунан һуң уның менән бәйләнеш юғала.
Йәй аҙағына тиклем дә тормош иптәше тураһында бер ниндәй хәбәр булмағас, Гөлнара Фәнил ҡыҙы үҙе эҙләргә тотона. Ул был ваҡытта госпиталдә яраланған улы эргәһендә була, хеҙмәттәштәре, командирҙары менән бәйләнешкә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айнур тураһында бер кем дә бер нимә лә белмәй. Гөлнара ханым БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа шылтыратып, уның яраланғанын, ниндәйҙер госпиталдә икәнлеген белә. Мәскәүҙәге А.А.Вишневский исемендәге хәрби-клиник госпиталенә шылтыратҡас, уға ундай кешенең юҡлығын, әммә оҡшаш исемле яугирҙың булыуын әйтәләр. Баҡтиһәң, ул Айнур Ибәтуллин булған, тик уның исем-шәрифен яҙыуҙа ғына хата яһағандар. Гөлнара Фәнил ҡыҙы баш ҡаланың медицина учреждениеһына ире янына реанимацияға килә - 10 августа Айнурҙың башына ярсыҡ тейгән була. Әммә табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, 10 сентябрҙә Айнур Айрат улы аңына килмәйенсә госпиталдә вафат була.
Айнур Айрат улы үҙенең батырлығы өсөн “Генерал Шайморатов” ордены һәм үҙе үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән наградлана.
- Тормош иптәшем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арала юҡ хәҙер. Ләкин беҙ уның менән бәхетле тормош кисерҙек, өс балаға - Уралға, Айбулатҡа һәм Розалинаға ғүмер бүләк иттек, - тип иҫкә алды Гөлнара Фәнил ҡыҙы. - Беҙ уның менән бер ауылдан, ул минән ике йәшкә олораҡ ине. Бала саҡтан дуҫ булдыҡ, әсәйем Минзәлә Фуат ҡыҙы уны ла, мине лә уҡытты. Армияға оҙатып ҡалдым, хеҙмәттән һуң өйләнештек.
Айнур 1978 йылдың 23 февралендә - Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Ҡалҡан ауылында тыуған. 1993 йылда Учалы урта мәктәбен, 1995 йылда 98-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1996-1998 йылдарҙа Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында хәрби хеҙмәт үтә. Оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән автогрейдер машинисы булып Себерҙә эшләй.
Үҙ ғүмерҙәрен аямай, илебеҙ, ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Алла бирһә, иҫән-һау, бәлә-ҡазаһыҙ тыуған яҡтарға, ғаиләләренә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.