Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
20 Февраль 2025, 15:25

Уйланыуҙар

Беренсе яра алғанда беренсе уйым - автомат тота аламмы? Сөнки беҙҙе яралыларҙы алып сығырға ебәрҙеләр. Улар беҙгә ышана, беҙ - Хоҙайға. Аллаһҡа шөкөр, алғы һыҙыҡта дүрт айҙан ашыу Хоҙайым-Тәңрем һаҡлап йөрөттө. Шулай ҙа яу ул яу инде. Бер “япраҡ” (“лепесток”) мина табанды сәйнәгән булды. Атлап булмай. Бәләкәй саҡты иҫкә төшөрөп, дүртаяҡландым.

Уйланыуҙар
Уйланыуҙар

Хәрби киноларҙы иҫкә алһаң, яраланған һалдат бала саҡтан ошо көнгә тиклем тормошон күҙ алдынан үткәрә. Хатта үҙенсә бәхилләшеп өлгөрә.

Беренсе яра алғанда беренсе уйым - автомат тота аламмы? Сөнки беҙҙе яралыларҙы алып сығырға ебәрҙеләр. Улар беҙгә ышана, беҙ - Хоҙайға. Аллаһҡа шөкөр, алғы һыҙыҡта дүрт айҙан ашыу Хоҙайым-Тәңрем һаҡлап йөрөттө. Шулай ҙа яу ул яу инде. Бер “япраҡ” (“лепесток”) мина табанды сәйнәгән булды. Атлап булмай. Бәләкәй саҡты иҫкә төшөрөп, дүртаяҡландым. Бала саҡ та, йәшлек тә, ғөмүмән, ғүмер иҫкә төшмәне. Юғарыла тимер “ҡоштар” оса. Башта бер генә уй - был ағастан тегеһенә шыуышып өлгөрәмме, юҡмы? Хоҙай барҙыр тимәйем, бар! Хатта эргәгә төшкән “колокольчик”тар шартламай оҙатып ҡалды. Бер йотом һыу әжәл дарыуындай булғанда ярты кәнистр (2,5 литр) һыу табып алдым. Эргәһендә “Командирский” шоколады ла ята ине. Ниңә, Хоҙай күстәнәсе түгелме һуң? Туғыҙ тәүлеккә етмәне, ләкин көс бирҙе.

Уйҙар... Уйҙар бер йүнәлештә. Ағастан - ағасҡа, йотом һыуҙан - йотомға. Был тимер “ҡош” быныһында төкөрәме? Әһә, һыҙғырып килә, тимәк минеке түгел был снаряд. Шулай, көн аша төн, төн аша көн.

Иң аптыратҡаны - ҡоштар тауышы ишетелмәй. Күпме ауылдарҙы үттек, мал да, ҡош-ҡорт та күренмәй. Әллә ҡасып бөткәндәр, әллә ашап бөткәндәр... Шулай, йәмәғәт, хикмәт хәлдәр.

Бөҙрә ҡайындар

Махсус хәрби операцияла булғансы ла сит яҡтарҙа байтаҡ ҡына йөрөргә тура килде. Командировкалар менән Төмән өлкәһенең күп кенә ҡалаларында булдым. Ә юлда йөрөгәндә барыбер тәбиғәтте күҙәтәһең, үҙебеҙҙең яҡтар менән сағыштыраһың.

“Русские березы”, “Белые березы” тиһәләр ҙә, үҙебеҙҙең тыуған яҡтың бөҙрә ҡайындары барыбер күркәмерәк, һөйкөмлөрәк.

70-се йылдарҙа Яйыҡ йылғаһы менән Барал, Аттам йылғалары араһындағы һаҙлыҡты талдарын тамырынан аҡтарып, ҡороттолар. Эйе, ҙур ғына баҫыу барлыҡҡа килде. Рысай ауылында бәрәңге яҡшы үҫә башланы. Һаҙлыҡ арҡаһында йыш ҡына бәрәңгене ҡырау ала торғайны. Йә, ярай, заманына күрә ниндәйҙер файҙаһы булғандыр. Ә ул баҫыу хәҙер халыҡҡа бесәнлек булып ҡалды. Барыбер файҙа, тиһегеҙме? Ә икенсе яҡтан шул баҫыуҙы һуғарыу өсөн Барал быуаһын эшләп күпме кешенең бесәнлеге һыу аҫтында тороп ҡалды. Ә бесәнлектәрҙә ҡарт-ҡарт матур бөҙрә ҡайындарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып бәрҙеләр. Беҙҙең дә бесәнлектә бишек аҫҡан һәр беребеҙҙең ҡайыны бар ине. “Раят ҡайыны”, “Айрат ҡайыны”, хатта минеке лә...

Шулай, бөҙрә ҡайындарҙы, хәтфә бесәнлектәрҙе уфтанып иҫкә алаһы ғына ҡалды.

Марат СӘҒИТОВ,

Рысай ауылы.     

Автор: Вилия Янбаева
Читайте нас