Әсәләр көнө алдынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса күп балалы әсәләр һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре менән осрашыу үткәрҙе.
Осрашыу диалог форматында үтте, күп балалы әсәйҙәр үҙҙәренең тәжрибәһе һәм балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләләренә ҡарашы менән уртаҡлашты, илдәге демографик хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
Мәҫәлән, биш бала тәрбиәләүсе Светлана Упагалеева Учалы ауылында балаларға спорт буйынса түңәрәктәр аҙ булыуы тураһында һүҙ йөрөттө. Иҫтамғол ауылынан биш малай тәрбиәләүсе Гөлсәсәк Мөхәмәтова ла ошо һорауҙы күтәреп сыҡты. Баҡһаң, Уральск ауылында көрәш төрҙәре менән шөғөлләнергә теләүселәр байтаҡ, ә тренерҙар юҡ икән. Илсе ауылынан Азалия Моратова, Сәфәр ауылынан Зәлифә Фәйзуллиналар ауылдағы юлдарҙың торошо хаҡында әйтеп уҙҙы.
Эльвира Ринат ҡыҙы барлыҡ һорауҙарҙы шәхси контролгә алды.
Сара барышында Эльвира Ринат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.