Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Декабрь 2025, 09:00

Батыр улдар трбиәләгән әсәй

Илгә терәк булырҙай көслө улдар үҫтергән әсәйҙәрҙең береһе - Венера Дауыт ҡыҙы Вәлиева. Сығышы менән Яңы Байрамғол ауылынан, Барвиха микрорайонында йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Өфө кооператив техникумына уҡырға керә. Хеҙмәт юлын район ҡулланыусылар союзы (“Райпотребсоюз”) ойошмаһында экспедитор булып башлай. Өс айҙан яҡшы хеҙмәте өсөн уны тауар белгесе итеп күсерәләр һәм ошо ойошмала Венера Дауыт ҡыҙы 34 йылдан ашыу эшләй. Әлеге ваҡытта Учалы тау байыҡтырыу комбинатында конвейер машинисы.

Батыр улдар трбиәләгән әсәй
Батыр улдар трбиәләгән әсәй

Илгә терәк булырҙай көслө улдар үҫтергән әсәйҙәрҙең береһе - Венера Дауыт ҡыҙы Вәлиева.

Сығышы менән Яңы Байрамғол ауылынан, Барвиха микрорайонында йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Өфө кооператив техникумына уҡырға керә. Хеҙмәт юлын район ҡулланыусылар союзы (“Райпотребсоюз”) ойошмаһында экспедитор булып башлай. Өс айҙан яҡшы хеҙмәте өсөн уны тауар белгесе итеп күсерәләр һәм ошо ойошмала Венера Дауыт ҡыҙы 34 йылдан ашыу эшләй. Әлеге ваҡытта Учалы тау байыҡтырыу комбинатында конвейер машинисы.

Таһир Ғәлимырҙан улы менән ике малайға ғүмер бирәләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 2001 йылда фажиғәле һәләк була. Төҙөлөп бөтмәгән йорт, 12 һәм 6 ғына йәшлек балалары менән яңғыҙ тороп ҡала ул. Яратҡан эшен ташламай, ныҡышмаллығы, бирешмәҫ холҡо менән артабан атларға тырыша, яҡты өмөттәр менән йәшәй. Йортон һалып сыға, балаларҙы аяҡҡа баҫтыра. Малайҙар кесе йәштән эш мәғәнәһен аңлап үҫә, бер ваҡытта ла шуны шулай эшләргә, тип әйткәнде көтмәй, үҙҙәре төшөнөп башҡара. Бала саҡтан хәрби булыу теләге менән янған өлкән улы Заһир, Учалы ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү хәрби университетына уҡырға керә.Уҡыуын тамамалағас, 2013 йылда Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһына 205-се айырым мотоуҡсылар казак бригадаһына ебәрелә. 2020 йылда Жуков, Кутузов һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 7-се Краснодар Ҡыҙыл байраҡ базаһына (Абхазия Республикаһы) күсерелә. Махсус хәрби операция барышында ике аяғына ла ҡаты яралана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһен юғалта. Бихисап дәүләт наградаларына һәм Рәсәйҙең Юғары баш командующийының Рәхмәт хатына эйә. Әле Заһир реабилитация үтә, йүнәлгәс, хәрби хеҙмәтен дауам итәсәк. Тормош иптәше Наталья менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, Наталья ла 2019 йылда хәрби контрактҡа ҡул ҡуя һәм улар бергәләп Сүриәлә, ә һуңыраҡ МХО-ла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Рөстәм 1995 йылда тыуған. Башҡорт гимназияһын тамамлаған. Ағаһы кеүек үк, Ватанға хеҙмәт итеүҙе һайлай. 2013 йылда Ҡазан юғары хәрби-танк команда училищеһына уҡырға инә, офицер-лейтенант званиеһын ала. Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһына эләгә. Махсус хәрби операцияһының тәүге көндәренән үк хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта рота командиры. Оборона Министрлығы миҙалдары һәм Рәсәй Юғары баш командующийынан грамотаһы бар. Был нәҫелдә ир-егеттәргә хас ныҡлыҡ, яуаплылыҡ быуындан быуынға килә - егеттәрҙең олаталары Мөждәбә Шәрипов та Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

-Улдарым - минең ғорурлығым, ышанысым, терәгем. Махсус хәрби операция башланғас, йөрәгем янһа ла, күрһәтмәнем, сабыр ғына түҙҙем. Теләктәр теләп, уларҙан хәбәрҙәр көтөп, ҡулымдан телефонымды төшөрмәй йөрөттөм. Төндәр буйы уйланып та ятҡан ваҡыттар ҙа йыш була, шулай ҙа күңелдә борсолоу менән ғорурлыҡ хисе лә тынғылыҡ бирмәй. Дөрөҫ тәрбиә бирә алыуыма ҡыуанам.

Рөстәм тормош иптәше Лилиана менән бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, Аллаһ бойорһа, икенсегә ата-әсәй булырға торалар икән.

-Новочеркасск ҡалаһына юлға сығырмын тип торам, - тип ҡыуанысы менән дә уртаҡлашты Венера апай.

Әйткәндәй, Венера Дауыт ҡыҙының үҙ автомобиле менән бер үҙе йыраҡ юлға сығыуы тәүгә түгел. Заһир Абхазияла хеҙмәт иткән саҡта ла, Рөстәмгә Новочеркасск ҡалаһына ла күстәнәстәрен тейәп барып тора.

Батыр улдар үҫтергән әсәләрҙең һәр береһе оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Венера Дауыт ҡыҙы кеүек әсәләргә мең рәхмәт!

Автор: Вилия Янбаева
Читайте нас